+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 09:25

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Наталья Владимировна Сатина 35 йылдан ашыу Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә халыҡҡа үҙ кеше булып, намыҫлы хеҙмәт итә. 

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Наталья Владимировна оҙаҡ йылдар урындағы хакимиәттең эштәр идарасыһы булып эшләгәндән һуң, хакимиәт башлығы итеп һайлана.
Ауыл биләмәһендә дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың һәр береһенең һулышын, биләмәләге тормош өсөн яуаплылыҡты тойоп, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Наталья Владимировна.
Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте районда алдынғылар иҫәбендә. Ауыл биләмәһе халҡы район һәм республика кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү һәм башҡа программаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Наталья Владимировна фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанған. Ул башҡортса матур һөйләшә, телде белеү уның эшен күпкә еңеләйтә, урындағы халыҡ алдында хөрмәт ҡаҙаныуға булышлыҡ итә.
Уңған, кешелекле, ярҙамсыл Наталья Владимировнаға уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: