+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 09:05

Ҡырҙаста оҫтабикәләр йыйылды

Ҡырҙас ауылында оҫтабикә Фәриҙә Сәлимйәнова инициативаһы менён райондың төрлө ауылдарынан, Сибай ҡалаһынан һәм Баймаҡ районынан  ҡырҡҡа яҡын ҡул эше оҫтабикәләре йыйылды

Ҡырҙаста оҫтабикәләр йыйылды
Ҡырҙаста оҫтабикәләр йыйылды

Ҡунаҡтарҙы “Ағинәйҙәр” клубы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы дәртле таҡмаҡтар һәм буҙа менән ҡаршы алды. Уртаҡ шөғөл-ҡыҙыҡһыныуҙар берләштергән был төркөмдә хаҡлы ялдағы мәғариф, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хужабикәләр һәм башҡа өлкәләрҙә эшләүселәр бар.

         Фәриҙә Ғәлибай ҡыҙының ҡул эштәренән бай күргәҙмә һоҡланырлыҡ. Бында ҡорамалар, милли колоритта тегелгән сумкалар, камзулдар, хатта йәштәр өсөн рюкзак һәм эшләпәләр күҙҙең яуын алды.

         Сара матур сәй табыны артында йәнле аралашыу менән башланды. Һәр кем үҙе менән таныштырҙы. Был шөғөл, йән аҙығы булып, кемдәрҙеңдер өләсәй-әсәйҙәренән   килер быуынға бирелгән, кемдер был матурлыҡты булдырыуға хаҡлы ялға сыҡҡас тотонған. Ә кемгәлер ул, махсус хәрби операциялағы улдарын көткәндә, күңел тыныслығы килтереүсе мауығыу ҙа булып тора. Танышыуҙан һуң,  Фәриҙә Сәлимйәнова “Юрған күбеү” һәм  Гүзәлиә Мөхәмәтйәрованың  “Тамбурная вышивка” оҫталыҡ дәрестәренә барлыҡ ҡунаҡтар ҙа дәррәү ҡушылдылар.  Йәнле аралашыуҙа тәжрибәлеләр оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Баймаҡ оҫтабикәһе, хаҡлы ялдағы физика-математика уҡытыусыһы Рәғиҙә Әхмәтшина  һыпайта күлдәк һәм камзулдың  һырлауҙарын  алып килгән. Ул киләсәктә Төркмән ауылында, Сибайҙа балаҫ һуғыу буйынса мастер-кластар буласағы тураһында белдерҙе. Ошондай уҡ сара 20 апрелдә Ишҡол ауылында үтәсәге тураһында район ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Элиза Кунафина хәбәр итте.

Иң әүҙем оҫтабикәләр Ф.Сәлимйәнова (Ҡырҙас),  Р. Р. Әхмәтшина (Баймаҡ районы), Ф. Г. Булатова (Ҡырҙас), Ф. Ҡ. Мирхәйҙәрова (Красная Башкирия), Г. Мөхәмәтйәрова (Яңауыл) Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Элиза Ҡунафина, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡаны өсөн, Фәриҙә Сәлимйәноваға район ҡатын-ҡыҙҙар советының рәхмәт хатын тапшырҙы. 

Ҡырҙаста оҫтабикәләр йыйылды
Ҡырҙаста оҫтабикәләр йыйылды
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: