+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель , 10:15

Эш кәрәкһә -йәрминкәгә килегеҙ!

12 апрелдә “Проффест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты" йәрминкәһе үтәсәк.

Эш кәрәкһә -йәрминкәгә килегеҙ!
Эш кәрәкһә -йәрминкәгә килегеҙ!

– Эш эҙләүселәрҙе хеҙмәт урындары менән таныштырыу маҡсатында бөтә ил буйынса һәм республиканың район-ҡалаларында ошондай йәрминкәләр үтәсәк. Әлбиттә, хәҙер эш эҙләгән һәр кем РФ хеҙмәт министрлығының “Рәсәй эше” платформаһын ҡарай ала, әммә эш биреүсе ойошмалар вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу, бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу ҡулайлыраҡ. Шуға күрә йыл да уҙғарылған вакансиялар йәрминкәһе үҙенең популярлығын юғалтмай, – тине райондың мәшғүллеге үҙәге начальнигы Радик Рәхмәтуллин.

 Уның һүҙҙәренсә, вакансиялар йәрминкәһе – халыҡты эшкә урынлаштырыуға, ә сығарылыш кластары уҡыусыларына киләсәктә ихтыяж буласаҡ һөнәрҙәрҙе күҙаллап, уҡыу йорттарын һайлауға булышлыҡ итеүҙә һөҙөмтәле эш формаларының береһе.

 Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе сиктәрендә  дөйөм белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән инвалид балалар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Минең һөнәрем – хыялым һәм ысынбарлығым» республика һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтәсәк. Уның маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайларға ярҙам итеү.

Йәрминкәлә төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк, улар хеҙмәт баҙарындағы һуңғы яңылыҡтар менән таныштырасаҡ, файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт бирәсәк. Эш биреүсе ойошмалар вәкилдәре дөрөҫ йүнәлеш алырға, һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр. Хәҙер күпселек йәштәр офис һөнәрҙәренә өҫтөнлөк бирә, ә хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Эш эҙләүселәр үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын яҡшыртыу йәки яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге тураһында беләсәк. Ә эш биреүселәргә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған кешеләрҙе  эш урыны менән тәьмин иткәндә дәүләт ярҙамы төрҙәре хаҡында аңлатыласаҡ. Йәрминкәлә вакансиялар менән бер рәттән мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә мөмкинлектәрен күрергә буласаҡ.

 Эш эҙләһәгеҙ йәки ниндәй һөнәр һайларға белмәһәгеҙ, йәрминкәгә рәхим итегеҙ. Сара 12 апрелдә Асҡар ауылы, Ленин урамы, 43-сө йорт адресы буйынса район мәҙәниәт һарайында сәғәт 10-да башлана.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: