+6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 12:05

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Баязитов Айрат Хажиәхмәт улы Буранғол ауылында тыуып үҫеп, быуындарын нығытып, әрме сафтарында хәрби бурысын үтәп, Өфө урман хужалығы техникумында белем туплап, тыуған ауылында тамыр йәйгән ир уҙаман. Һәр яҡлап ауылдаштарына үрнәк булған  Айрат Хажиәхмәт улы  2019 йылда ауыл Советына депутат итеп һайлана

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Ауылда үткән барлыҡ сараларҙы ойоштороп йөрөүсе, иң йомарт бағыусы ла ул, һәр саҡ һүҙендә торған, башлаған эште еренә еткерер депутат  та ул.

Ауылда кисектергеһеҙ мәсьәләләр килеп сыҡҡанда ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға.

Ололарға гәзит-журналдар яҙҙырыу, хәлдәрен белешеү, округында яңы йыл байрамын ойоштороу, бәләкәстәргә бүләктәр тапшырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған.

Айрат Хажиәхмәт улы ДРСУ-ла йөк тейәү машинисы булараҡ та ихтирам ҡаҙанған алдынғы эшсе. Уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланған, был турала бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй.  

 Айрат Хажиәхмәт улына артабанда уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: