+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 14:55

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Илһамов Йәнил Маҙали улы 1976 йылда Ишҡол ауылында тыуған. Рауил ауыл биләмәһе хакимиәтенең беренсе категориялы белгесе. 2020 йылда Йәнил Маҙали улы ер төҙөлөшө белгесе вазифаһына ҡабул ителә

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Уның профессиональ эшмәкәрлеге һөҙөмтәгә, бурыстарҙы ваҡытында, оператив һәм юғары сифатта үтәүгә йүнәлтелгән. Үҙен һәр яҡтан грамоталы һәм яуаплы хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә. Алдынғы фекерләүгә, төп ауырлыҡтарҙы асыҡлауға һәм практик ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәләтле. Яҡшы ойоштороусы булыуы, тырышлығы,фиҙакәр хеҙмәте, ярҙамсыллығы һәм ихласлығы менән халыҡтың ихтирамын яулаған. Йәнил Маҙали улына уңыштар, дәрт һәм дарман теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: