+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 10:35

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

 1968 йылда Дәүләт ауылында тыуған.  Магнитогорск дәүләт университетын тамамлай. Фәриҙә Иштимер ҡыҙы йәш сағынан яҙмышын Ҡужан ауылы егете менән бәйләп, Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәтендә эш башлай. 1993 йылдан алып хисапсы-кассир вазифаһында. Бөгөнгө көндә   һалым йыйыу эшен дә алып бара

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

 Үҙ эшенең оҫтаһы, намыҫлы һәм ғәҙел хеҙмәткәрҙең  халыҡ алдында  абруйы ҙур. Күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте  муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының грамотаһы менән билдәләнгән. Рәсәй күләмендә үткән халыҡ, ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Ошо йәмәғәт эше һәм тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм район хакимиәте почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Утыҙ йыл муниципаль хеҙмәткә ғүмерен бағышлаған белгес – Фәриҙә Иштимер ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: