+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 12:00

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Хажиәхмәтова  Клара  Әхтәм ҡыҙы Байым ауыл Советы  биләмәһе хакимиәтендә эш стажы - 30 йылдан ашыу. 26 йыл хәрби-иҫәп өҫтәле начальнигы вазифаһын башҡара, әлеге ваҡытта кассир - бухгалтер булып эшләй. Ошо хеҙмәт йылдары осоронда үҙен эшһөйәр һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән.

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Коллегаларына ҡарата иғтибарлы, халыҡ менән эшләгәндә ипле һәм әҙәпле, ауыр мәсьәләләр килеп тыуғанда һәр ваҡыт ыңғай ҡарар таба белеүсе үҙ эшенең оҫтаһы. Клара  Әхтәм ҡыҙының эшкә намыҫлы ҡарашы, профессиональ үҫешкә ынтылышы тик ихтирамға лайыҡ.

Клара Әхтәм ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша, 770-се һайлау участка комиссияһы һәм  ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.

Клара Әхтәм ҡыҙы яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан,  ярҙамсыл, заман талаптары  менән бергә атлаусы, тормошта оптимист, коллегалары һәм ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған. Артабан да эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: