+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 15:00

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Мәсәлимов Рөстәм Мәхмүт улы 1966 йылда Ҡырҙас ауылында тыуған. 1973-1983 йылдарҙа Ҡырҙас урта мәктәбендә уҡый. 1984 йылда Белорет ҡалаһында ДОСААФ автомәктәбен тамамлай. 1984-1986 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итә.  1986 йылда “Йәнгел” совхозында водитель булып эш башлай. 2005 йылда эшҡыуарлыҡҡа тотона – “Мәсәлимов” крәҫтиән-фермер хужалығын төҙөй.  2015 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Ҡырҙас ауыл Советының өсөнсө саҡырылыш депутаты

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Рөстәм Мәхмүт улы йәмәғәт сараларында, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, даими рәүештә халыҡҡа техника менән ярҙам итә. Яңы йылға үҙ округында һырғалаҡ яһап, балаларға ҡышҡы уйындар урыны булдыра.  Ауыл биләмәһендә төрлө сараларға  даими рәүештә бағымсылыҡ итә. Тыныс, тыйнаҡ, эшһөйәр Рөстәм Мәхмүт улы ауылдаштары алдында лайыҡлы абруй яулаған. Өлгөлө ғаилә башлығы ҡатыны Флүрә менән алты бала тәрбиәләйҙәр. Артабан да тормошоғоҙҙа һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: