+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель , 10:00

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Вәлиев Тәлғәт Сөнәғәт улы 1963 йылдың 25 мартында Ишҡол ауылында тыуған, 1984 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Һуңғы 8 йыл дауамында Асҡар ауылы Советы биләмәһе хакимиәте башлығының урынбаҫары булып эшләй

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Тәлғәт Сөнәғәт улы өлгөр һәм талапсан  хеҙмәткәр.  Коллегалары менән яҡшы мөғәләмәлә, халыҡ мөрәжәғәттәренә иғтибарлы, ихтирамлы.

Үҙ эшен намыҫлы ҡараған ауыл Советы хеҙмәткәре етәкселегендә күп эштәр башҡарыла. Дауыт, Ҡолоҡас, Тирмән, Айғырбатҡан ауылдарында рөхсәтһеҙ булдырылған сүплектәр бөтөрөлә. Даими рәүештә экологик өмәләр үткәрелә.

Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр менән даими эш алып барыла, енәйәт ҡылырға һәм спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланырға әүәҫ кешеләрҙе иҫкәртеү буйынса контроль көсәйтелә.  Һәләтле ойоштороусы Тәлғәт Сөнәғәт улы етәкселегендә ауыл биләмәһендә йәмәғәт ойошмалары, ауыл старосталары менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырылған.

Йыл һайын Асҡар ауыл биләмәһендәге ауылдарҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамы планлаштырылған. Ауылдың социаль мәҙәниәтен күтәреүгә, халыҡ араһында тәрбиәүи эште көсәйтеүгә, үҫеп килгән быуынды тарихи тамырҙары менән таныштырыуға йүнәлтелгән был байрамдар шәхсән Тәлғәт Вәлиев  етәкселегендә үтә.

          Тәлғәт Сөнәғәт улы ҡатыны Фәҡиә Рәүеф ҡыҙы менән ике матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Т. С. Вәлиев яуаплылығы,  эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы, алсаҡлығы менән коллегалары һәм халыҡ араһында лайыҡлы хөрмәт менән файҙалана. 

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: