+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель , 12:30

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Ҡадиров Рөстәм Эрнст улы Йәнгел ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. 1974 йылда Хәлил ауылында тыуған. 1991 йылда Йәнгел урта мәктәбен  көмөш миҙалға тамамлаған. 1992-1994 йылдарҙа Приднестровьела Рәсәй Федерацияһының тыныслыҡ урынлаштырыу көстәрендә әрме хеҙмәтен үтә. 1998-2002 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала. 2018 йылда Рәсәй кооперацияһы университетына муниципаль идаралыҡ йүнәлеше буйынса уҡырға инә. 2017 йылда Йәнгел ауыл биләмәһенең  инженер - землеустроителе булып эшләгән Рөстәм Эрнст улын хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы
«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре» конкурсы

Йәнгел ауылы биләмәһендә барлығы биш ауыл. Ялан яғы халҡы үҙенең эшкә таһыллығы, берҙәмлеге менән айырылып тора. Шуға ла иғтибарлы, ихтирамлы, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торған етәксенең тәҡдимдәрен халыҡ кире ҡаҡмай, берҙәм эшкә тотоналар. Берҙәмлектә  башҡарылған эштәр һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бергәләшеп, барлыҡ ауылдарҙың да тышҡы йөҙөн төҙөкләндереүгә, тәртипкә килтереүгә күп көс һалалар. Рөстәм Эрнст улы махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуға  ихлас булышлыҡ итә. Ярҙамды һалдаттарға алып барып тапшырыуҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Бер ниндәй ҙә саранан ситтә ҡалмай, ихлас,тыуған яғына битараф булмаған етәксебеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, яңы,ҡыҙыҡлы проекттар, дәрт, илһам көсө теләйбеҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: