+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 12:35

Түләм 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Күп балалы ғаиләләргә 450 мең һумлыҡ түләмде 2030 йылға тиклем оҙайтыу планлаштырыла.

Түләм 2030 йылға тиклем оҙайтыла
Түләм 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Дәүләт күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплауға биргән 450 мең һумлыҡ түләмде 2030 йылға тиклем оҙайтыу планлаштырыла. Ошо хаҡтағы закон проектын закон проекты эшмәкәрлеге буйынса хөкүмәт комиссияһы хупланы, тип хәбәр иттеләр финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Был маҡсатҡа 2024-2030 йылдарға өҫтәмә рәүештә 647,59 миллиард һум, шул иҫәптән 2024 йылда 47,8 миллиард һум талап ителә.

Бөгөн күп балалы ғаиләләр, әгәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң уларҙың ғаиләһендә өсөнсө йәки артабанғы бала тыуһа, ә ипотека килешеүе 2024 йылдың 1 июленә тиклем төҙөлһә, 450 мең һум алырға мөмкин. Яңы закон проектына ярашлы, күп балалы ғаиләлә бала 2030 йылдың 31 декабренә тиклем тыуһа, льгота бирелә, уны алыу өсөн 2031 йылдың 1 июленә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Документ президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса әҙерләнде, тип билдәләнеләр Финанс министрлығында.

Автор:
Читайте нас: