+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 08:15

9 Майҙа "Үлемһеҙ полк" онлайн үтәсәк

 Башҡортостанда Еңеү көнөндә салют булмаясаҡ.

9 Майҙа "Үлемһеҙ полк" онлайн үтәсәк
9 Майҙа "Үлемһеҙ полк" онлайн үтәсәк

2024 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн рәүештә уҙғарыла. Был турала хәрәкәт штабы рәйесе Елена Цунаеваға һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Йәмәғәт именлеге өсөн Рәсәй ҡалалары урамдары буйлап традицион йөрөш ойошторолмай, тип белдерҙе ул 2024 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһы форматтарына арналған матбуғат конференцияһында.

Белешмә

«Үлемһеҙ полк» — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡорбандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Рәсәйҙә, ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә уҙғарылған дөйөм халыҡ акцияһы. Тәүге тапҡыр ул 2012 йылдың 9 майында Томскиҙа урындағы журналистарҙың башланғысы буйынса үткәрелде, ә 2013 йылда тотош ил кимәленә сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-23/v-rossii-otmenili-shestviya-bessmertnogo-polka-9-maya-3739361

Автор:
Читайте нас: