+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 10:15

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы

Яҙ көнө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы

Быйыл яҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 100 меңгә ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында 5 мең ирекмән, 7 меңдән күберәк ойошма бар. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова  ошо турала белдерҙе.

Акция барышында 8 меңгә яҡын ағас һәм 82 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртыласаҡ, 72 яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, алдағы акцияларҙа ултыртылған 1000 ағасты һәм 5400 ҡыуаҡты компенсацион йәшелләндереү планлаштырыла.

Беҙҙең районда ла «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ауылдарҙағы парк һәм скверҙарҙа өҫтәп ағастар ултыртыу, шулай урман һыҙаттарында билдәләнгән урындарҙа ағастар ултыртыу өмәләре үткәреү планға алынған. Йәшелленәдереү акциялары байрам көндәрендә уҙасаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: