+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май , 11:45

Программаны финанслау ике тапҡырға артҡан

Быйыл Башҡортостанда 2,6 миллиард һум аҡса етем балаларға бүленәсәк. 

Программаны финанслау ике тапҡырға артҡан
Программаны финанслау ике тапҡырға артҡан

Быйыл Башҡортостанда 2,6 миллиард һум аҡса етем балаларға бүленәсәк. Ошо сумманың 124,6 миллион һумы – федераль бюджеттан. Был 750-нән ашыу кешене торлаҡ менән тәьмин итеү йәки уларға аҡса биреү мөмкинлеген бирә, тип белдергән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Башҡортостанда барлығы 7969 етем бала иҫәптә тора. Уларҙың 5079-ы 18 йәшкә, йәғни торлаҡ менән тәьмин ителеү йәшенә еткән. Әйткәндәй, быйыл был программаны финанслау ике тапҡырға артҡан.

Былтырҙан етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар торлаҡ бина урынына торлаҡ сертификаты менән түләү алыу хоҡуғына эйә. 2023 йылда был мөмкинлектән 80 кеше файҙаланған. Түләү күләме 3,2 миллион һум тәшкил иткән, Башҡортостан бюджеты иҫәбенә финансланған. Быйыл торлаҡ сертификатын Рәсәй биләмәһендә файҙаланырға мөмкин.

2024 йылда Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 2,6 миллиард һум бүленгән. Ошо сумманың 124,6 миллион һумы ғына федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 750-нән ашыу кешене торлаҡ йәки уны алыу өсөн түләү менән тәьмин итеп буласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: