+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май , 10:45

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Был һөнәр минең күңелемә яҡын Китап уҡырға яратҡан, уны ҡәҙерләгән кеше генә оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләй алалыр ул. Яңы Балапан ауылы китапханасыһы Динә Нәбиуллина был һөнәргә утыҙ йылдан ашыу ғүмерен арнаған.

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө
27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Белорет ҡыҙы Динә мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск индустрия-педагогия техникумында монтаж-производство эштәре мастерына уҡый. Тик был һөнәре буйынса эшләргә яҙмай уға. Яңы Балапан ауылы егете Камил Ҡәйүм улы менән мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашалар һәм 1988 йылда ошо ауылға килен булып төшә.

— Бәләкәй саҡтан Яңы Балапанды яраттым, кешеләре шул тиклем изге күңелле, ипле, ихлас. Матур ғаиләләр ҙә күп, улар араһындағы йылы, ер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттәрҙе күреп үҫкәнгә, ошо ауылға кейәүгә сыҡһам ярар ине тип хыяллана инем, — ти ошонда туғандарына йыш килеп йөрөгән Динә Отелло ҡыҙы.

Юрағаны юш килә уның. Йәштәр ғаилә ҡороп, Яңы Балапанда төпләнәләр. 1989 йылда ауыл советына саҡырып, китапханасы булырға тәҡдим итәләр. Бала сағынан китап яратҡан Динә эштән баш тартмай. Ситтән тороп Өфө китапхана техникумында белем ала.

Бөгөн ул ауылдың ихтирамлы, эшһөйәр ҡатын-ҡыҙы. Утыҙ йылдан ашыу китапханала эшләгән осорҙа ауыл халҡы менән бергәләп күп ҡыҙыҡлы саралар үткәргән, йәш быуынды китап уҡырға йәлеп итеүгә күп көс һалған.

— Үҙегеҙ ниндәй китаптарҙы уҡырға яратаһығыҙ? Өҫтәл китабығыҙ бармы?

— Әлбиттә, китапханасы күп уҡырға тейеш. Мин Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыған осорҙа психология менән мауығып киттем. Бигерәк тә Дейл Карнеги китаптары оҡшай ине. Әле лә уның кәңәштәрен тотам һәм өҫтәл китабы тип әйтә алам. Заман произаиктары әҫәрҙәрен йотлоғоп, бер тына ла уҡыйым.

— Ауыл китапханасыһының эш көнө нисек үтә?

— Яңы килгән китаптарҙы, әҙәбиәтте уҡып, анализлап, күргәҙмәләр эшләйем, уҡыусыларға тәҡдим итеү өсөн әҙерләйем. Мәктәп балалары өсөн ҡыҙыҡлы саралар үткәрәм. Ауылдың, райондың мәҙәни, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнайбыҙ. Бынан тыш, беҙҙең дә отчет-документация эше бихисап.

— Элек китапханаға йөрөүселәр күберәк булғандыр, хәҙер китап уҡыусылар һирәгәйгәндер?

– Интернетта бөтә нәмә булғас, күпселек телефон аша ғына уҡый. Шулай ҙа китаптар, башҡа төр кәрәкле мәғлүмәт эҙләп китапханаға килеүсе балалар, студенттар бар. Даими китап уҡыусылар араһында иң олоһо 83 йәшлек Әүхәҙи Илһамовты әйтер инем. Китапхана юлына саң ҡундырмай. Уның ҡыҙы Хәлимә Харисова иң күп китап уҡыусы конкурсында еңеүсе булды. Йәштәрҙән Сафия Нәбиуллина — иң әүҙем уҡыусыбыҙ. Яңыраҡ үҙәк район китапханаһында үҙған иң күп китап уҡыусы ғаилә конкурсында Яңы Балапандан Нәркәс һәм Илһам Малыбаевтар икенсе урын яуланы.

Динә Нәбиуллина Яңы Балапан ауылының ҡатын ҡыҙҙар советында, ағинәйҙәр ҡоронда тора. Татыу парҙар, юбилярҙар өсөн улар бергәләп байрамдар үткәрәләр. Уҙған йәй шәп сара – «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамын юғары кимәлдә ойошторғандар. Хәҙер китапханасы ауылдың күрке булған, уның йәшәйешен дауам иткән килендәр өсөн дә сара уҙғарырға ниәтләй.

Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөлө әсәй, өләсәй ул. Тормош иптәше менән 35 йыл ғүмер итеп, дүрт бала үҫтергәндәр. Йәмил, Рина, Вәсил ғаиләле булып, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллык килтермәй, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләйҙәр. Иң бәләкәй ҡыҙҙары Сафия студентка.

— Был һөнәр минең күңелемә ныҡ яҡын, китапхана үҙе серле донъя,  – ти Динә Отелло ҡыҙы. — Китап уҡымайынса йәшәй алмайым. Улар тормошто сағыуыраҡ һәм матурыраҡ итә, изгелеккә һәм яҡшыллыҡҡа өйрәтә.

 Яңы Балапан ауылы китапханасыһы Динә Нәбиуллинаның намыҫлы һәм оҙайлы хеҙмәте үҙған йыл йомғаҡтары буйынса үткән йыйылышта һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнде. Һөнәри байрамы менән ҡотлап, эшендә уңыштар, һүнмәҫ сәм-дәрт теләйбеҙ.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: