+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май , 16:35

Ғаиләлә унынсы сабый донъяға килгән

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында  унынсы сабыйын ҡулына алған әсәне тантаналы шарттарҙа өйөнә оҙаттылар.

Ғаиләлә унынсы сабый донъяға килгән
Ғаиләлә унынсы сабый донъяға килгән

Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова Башҡортостан Башлығы исеменән ғаиләгә сәй сервизы  тапшырҙы.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе  Асет Яҡуп ҡыҙының һәм Әсхәп Муса улының хәҙер биш улы һәм биш ҡыҙы бар. Иң өлкәндәренә 15 йәш, туғыҙынсы балалары ни бары йәш ярымлыҡ! Уҡыусы балалар 115-се гимназияла белем ала, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, призлы урындар яулай.

 Ғаиләләге бөтә балалар ҙа ошо клиникала донъяға килгән. “Тәү тапҡыр килгәнемдә лә мине бик яҡшы ҡаршыланылар, өйҙәге кеүек хис итәм үҙемде”, – ти әсә.

 Әсәгә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова исеменән дә  ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар. 

Автор:
Читайте нас: