+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май , 10:45

Каникулда аҡса эшләргә мөмкин

14 йәше тулған үҫмерҙәргә йәйге осорға вакансиялар бар.

Каникулда аҡса эшләргә мөмкин
Каникулда аҡса эшләргә мөмкин

Башҡортостанда йәйге каникулдар ваҡытында мәктәп уҡыусылары 3600-ҙән ашыу вакансия менән файҙаланырға мөмкин. Уларҙың барыһы ла Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә теркәлгән.

14 йәше тулған балалар йәйгелеккә эшкә урынлашыу варианттарын ҡарай ала, тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы үлсәп төрөүсе, курьер булып эшләргә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә, ырҙын табағында эшләргә тәҡдим итәсәк. Каникулдарҙың бер өлөшөн хеҙмәткә бағышларға теләгән балаларға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ышаныслы эш биреүсене табырға ярҙам итер. Улара онлайн  мөрәжәғәт итергә лә мөмкин («Работа России» порталы)», - тине ул.

Министр бәлиғ булмаған хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан тыш мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам алыу мөмкинлеге булыуын билдәләне. Был бер айҙа яҡынса 1,8 меңдән 2,8 мең һумға тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй республиканың 10 меңдән ашыу уҡыусыһы тәүге хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-28/v-bashkirii-na-vremya-letnih-kanikul-shkolnikam-dostupny-bolee-3600-vakansiy-3788481

Автор:
Читайте нас: