+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь , 09:15

Торлаҡ төҙөлөштәре гөрләй

Башҡортостанда дөйөм майҙаны 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу 315 күп фатирлы йорт төҙөлә.

Торлаҡ төҙөлөштәре гөрләй
Торлаҡ төҙөлөштәре гөрләй

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр.

Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелеүен әйтте. Был уҙған йылға ҡарағанда 8,3 процентҡа күберәк.

– Рәсәй Президентының май указы менән ете милли үҫеш маҡсаттарының береһе булып йәшәү өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит билдәләнгән. Торлаҡ төҙөлөшө өлөшөндә уға өлгәшеү өсөн 2030 йылға бер кешегә тура килгән дөйөм торлаҡ майҙанының 33 квадрат метрын һәм 2036 йылға 38 квадрат метрын тәьмин итергә кәрәк. Шулай уҡ 2030 йылға торлаҡ фондын кәм тигәндә 20 процентҡа яңыртыу, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеү һәм беренсел баҙарҙа торлаҡтың арзанлығын арттырыу ҡаралған, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы талап иткән бөтә был мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында ентекләберәк һөйләне. 2024 йылдың дүрт айында төҙөүселәр 166 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индергән, тип һөйләне ул. Төҙөлөш темптарын һәм проект декларациялары мәғлүмәттәрен анализлау күрһәтеүенсә, күп фатирлы йорттарҙың төп күләмен ағымдағы йылдың өсөнсө һәм дүртенсе кварталдарында сафҡа индереү планлаштырыла.

– Торлаҡ төҙөлөшөн һәм сафҡа индерелгән торлаҡ күләмен арттырыу буйынса мөһим сараларҙың береһе булып төҙөлөш өсөн ер участкалары биреү, шул иҫәптән территорияны комплекслы үҫтереү иҫәбенә, рөхсәт документтарын алыу процедураларын ябайлаштырыу, төҙөлөш циклын ҡыҫҡартыу, халыҡтың ихтыяжын һәм һатып алыу һәләтен арттырыу, шулай уҡ граждандарҙың айырым категорияларына биреү өсөн яңы сифатлы һәм уңайлы торлаҡ төҙөү тора. Бөгөн республикала 137 төҙөүсе дөйөм майҙаны 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу 315 күп фатирлы йорт төҙөй, – тине Артем Ковшов.

Ул республикала инвестиция-төҙөлөш циклын этаплап ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү өсөн Башҡортостандың Төҙөлөш Һәм архитектура министрлығы инвесторҙың төҙөлөшкә рөхсәт алыуға, капиталь төҙөлөш объекттарын реконструкциялауға, капиталь төҙөлөш объекттарын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алыуға эш итеү алгоритмдарын әҙерләгәнен иҫкә төшөрҙө. Төҙөүсе тапшырырға тейешле документтар исемлеге яҡынса 100-гә ҡыҫҡартыла, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы инвестиция циклын оптималләштереү 30 процент тәшкил итәсәк. Территорияны комплекслы үҫтереү сиктәрендә 2024 йылдан 2038 йылға тиклем республикала 1,7 миллион квадрат метрҙан ашыу төҙөлөш планлаштырыла.

Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр 2024 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса торлаҡты сафҡа индереүҙең ыңғай динамикаһын, шулай уҡ республиканың “Тормош өсөн инфраструктура” яңы милли проектының федераль проекттары сараларында ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

 
Автор:
Читайте нас: