Йәмғиәт
5 Июнь 2024, 04:15

Республика алдынғы төбәктәр рәтендә

Башҡортостан Башлығы йәшәү сифаты рейтингын күтәрергә ҡушты. 

Республика алдынғы төбәктәр рәтендәРеспублика алдынғы төбәктәр рәтендә
Республика алдынғы төбәктәр рәтендә

Башҡортостан тәүге тапҡыр алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде, исемлектә республикабыҙ 12-се урынды биләй. 2021 йылда беҙ – 40-сы, 2022 йылда иһә 25-се урында инек.

«Башҡортостан Республикаһы беренселәй Рәсәйҙең тәүге 20 төбәге иҫәбенә инде һәм 12-се урынды алды. Рейтингта Рәсәйҙең барлыҡ 89 субъекты ла баһаланғанын иҫәпкә алғанда, был – яҡшы күрһәткес. Экологик именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһе, ғаиләләргә ярҙам итеү, таҙалыҡ, хәүефһеҙлек, йәғни мөһим интеграль күрһәткестәр иҫәпкә алынған.

Агентлыҡ рейтингты халыҡтың фекеренә таянып төҙөгән. Беҙ еңеп сығырға өйрәнгәнбеҙ, 12-се урын – яҡшы һөҙөмтә, ләкин юғарыға ынтылырға кәрәк», –  тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-03/glava-bashkirii-poruchil-povyshat-reyting-kachestva-zhizni-ot-asi-3795797

Автор:
Читайте нас