-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь , 10:05

Ололарҙың рәхмәте — иң ҙур баһа

Бөгөн социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Олоғайған көндәрендә яңғыҙ йәшәүсе ололарға ярҙам иткән, көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйткән һәм иң мөһиме, иғтибар, йылы һүҙҙән ҡалдырмаған һөнәр эйәләренә рәхмәт әйтеп, үҙҙәренә лә һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Ололарҙың рәхмәте — иң ҙур баһа
Ололарҙың рәхмәте — иң ҙур баһа

Социаль хеҙмәткәр булып изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр генә эшләй алалыр ул. Сөнки өлкән йәштәгеләр менән уртаҡ тел табып, даими хәстәр һәм иғтибар менән солғап алыу өсөн етерлек түҙемлек тә, күңел йылыһы ла кәрәк.

Ҡаҙмаш ауылының ололарын ҡараған Нәсимә Фәйзуллина «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләй. Байым ҡыҙы 1983 йылда был ауылға килен булып төшөп, Мофаззал Исмәғил улы менән татыу ғаилә ҡорғандар. Эшһөйәр, тырыш Нәсимә Мәһәҙи ҡыҙы 16 йыл фермала һыйыр һауа. Хәҙер егерме йылға яҡын социаль хеҙмәткәр.

— Ололарым мине һағынып көтөп ала, улар менән һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Донъя яңылыҡтарын, ауыл тирәһендәге хәлдәрҙе белешеп торалар. Ҡартайҙыҡ тимәй, донъя көтөргә тырышҡан апай-еңгәләрҙең күбеһе менән фермала бергә эшләнек, элекке ваҡыттарҙы иҫләп алабыҙ, ил-йортта тыныслыҡ булһын тип теләйбеҙ, – ти Нәсимә апай.  — Күптән хаҡлы ялда булһам да, ололарға өйрәнгәс эшләп тик йөрөйөм. Киләһе йылға дөйөм хеҙмәт стажым 35 йылға туласаҡ. Эшем өсөн рәхмәттәрен әйтеп ҡалһалар, минең өсөн иң ҙур баһа шул.

Ауылда  эш-мәшәҡәт етерлек. Һыу ҙа индерер кәрәк,  ҡыш ҡапҡа-ихатаны ҡарҙан көрәмәйенсә лә булмай. Яҙ, йәй  етһә, йортто йыуып алыу, баҡса таҙартыу кеүек эштәр өҫтәлә. Әле үҙенең ҡарамағындағы ололарға бер ҙә ҡыйынһынмай, картуф сәсешкән Нәсимә апай. Олоғайғас, инәй-апаларҙың ауырып киткән саҡтары ла йыш була. Тап шундай мәлдәрҙә социаль хеҙмәткәр  дарыу, магазиндан аҙыҡ-түлек алып килә. Ай һайын газ, свет өсөн квитанцияларын түләшә.

— Нәсимә Мәһәҙи ҡыҙы беҙҙең үҙәктең тырыш, уңған хеҙмәткәре. 19 йыл эшләгән осоронда Ҡаҙмаш ауылы ололары маҡтап, рәхмәт әйтеп кенә торалар, 20 кешене ҡарай, — тине «Ярҙам» үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәрова. — Эшен дә, донъяһын да гөрләтеп алып бара.

Тормош иптәше менән дүрт бала үҫтергәндәр, юғары белем биргәндәр. Изгелек, итәғәтлек ҡылыуҙан йәм табып йәшәгән, матур итеп донъя көткән тырыш Нәсимә Мәһәҙи ҡыҙына изге эшенең һауаптары төшһөн.

 

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: