+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 12:45

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде

Тейешле Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү һәм күп балалы ғаиләләрҙең имиджын нығытыу "Демография" милли проектының төп идеяларының береһе булып тора.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде

Төбәктең күп балалы ғаиләләре хәҙер республиканың дәүләт йәки муниципаль милке булып торған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөй ала. 1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең уҡыусылары транспортта бушлай йөрөй ала. Әлеге ваҡытта ошо ярҙам сараһын күрһәтеү механизмы әҙерләнә, сәфәрҙәр уҡыусының картаһы йәки “Алға” картаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыр тип күҙаллана.

Бынан тыш, көндөҙгө бүлектә белем алған 18 йәштән өлкән (23 йәшкәсә) аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Компенсацияны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, күп функциялы үҙәктә һәм уның филиалдарында, йәшәгән урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында юлларға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡарары буйынса илдә күп балалы ғаиләнең берҙәм статусы билдәләнгән һәм ул срокһыҙ билдәләнә. Рәсәй Федерацияһында өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Ярҙам сараларына республиканың күп балалы ғаиләләре өлкән балаһына 18 йәш тулғансы (йәки көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклем) хоҡуҡлы.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: