+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь , 15:10

Республика Башлығы гранты конкурсында ҡатнашығыҙ!

Ғаризаларҙы 11 июлгә тиклем ҡабул итәсәктәр.

Республика Башлығы гранты конкурсында ҡатнашығыҙ!
Республика Башлығы гранты конкурсында ҡатнашығыҙ!

2024 йылда граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Башлығы гранттарының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Был конкурс мини-гранттар форматында үтә. Унда өс айҙан күберәк  эш тәжрибәһе булған республикалағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Мөһим шарт – 2023 йылдың 1 ғинуарынан ағымдағы конкурсҡа ғариза биргәнгә тиклемт ойошма республика Башлығы Гранттары фонды, Президент гранттары фонды һәм Президент Мәҙәни башланғыстар фонды ойошторған конкурстарҙа еңеүсе статусын алмаҫҡа тейеш.  

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн конкурс сиктәрендә 500 мең һумға тиклем финанслау алырға мөмкин. Конкурстың дөйөм бюджеты иһә 25 миллион һум тәшкил итә.

Ғаризалар 2024 йылдың 11 июленә тиклем урындағы ваҡыт  буйынса 17.00 сәғәткә тиклем грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә. Унда шулай уҡ конкурстың Положениеһы һәм конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.

2020 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды дөйөм суммаһы 1 384 миллион һумдан ашыу булған 629 проектҡа булышлыҡ итте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: