-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь , 15:55

«Ер ҡото — Ер көсө» фестивале

«Ер ҡото — Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале быйыл 22 июндә Ғафури районының гүзәл мөйөшөндә — Уҡлыҡая янында ойошторола. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана  

«Ер ҡото — Ер көсө» фестивале
«Ер ҡото — Ер көсө» фестивале

«Ер ҡото — Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале быйыл 22 июндә Ғафури районының гүзәл мөйөшөндә — Уҡлыҡая янында ойошторола.

Был сара Әбйәлилдә башланғыс алған был сара халыҡ арарһында ҙ:ур билдәләек ала бара. Фестиваль халыҡтарҙың этномәҙәни йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм уларҙың абруйын арттырыу, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү өсөн ойошторола. Хәҙер уның тематикаһы киңерәк. Икенсе йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, яугирҙәрҙең әсәләренә һәм хәләл ефеттәренә ярҙам өҫтөнлөклө бурыс һанала.

Былтыр сараға 100-ҙән ашыу халыҡ табибы ҡатнашты. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә, быйыл башҡа төбәктәрҙән дә имселәрҙе көтәләр. Фестивалдә махсус сертификаты һәм эшмәкәрлек алып барырға рөхсәте булған халыҡ табиптары ғына индерелә.

Фестивалдә оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәрелә. Темалары —дауалау процедуралары, психологик техника, ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар энергияһын әүҙемләштереү. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре,  шифалы ризыҡтар һәм эсемлектәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе була.
Был сара ниндәйҙер кимәлдә  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: