+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь , 11:10

Бушлай йөрөйәсәктәр

1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән  күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар транспортта бушлай йөрөй ала.

Бушлай йөрөйәсәктәр
Бушлай йөрөйәсәктәр

Башҡортостанда күп балалы ғаилә ағзалары мәҙәниәт учреждениелары, ял һәм мәҙәниәт парктары сараларына  бушлай йөрөй ала.

1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән  күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар  транспортта  бушлай йөрөй ала. Хәҙерге ваҡытта  был ярҙам сараһын файҙаланыу механизмы әҙерләнә. Уның уҡыусы картаһы йәки “Алға” транспорт картаһы  буйынса башҡарылыуы мөмкин, тиелә Мәғариф министрлығы хәбәрендә.

Республика етәкселәре шулай уҡ 18 йәштән 23 йәшкә тиклемге  студенттар тәрбиәләнгән күп балалы аҙ килемле  ғаиләләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә  түләүҙәргә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарырға уйлай. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, күп функциялы үҙәктәрҙә йәки халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында ғариза яҙырға мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

 

Автор:
Читайте нас: