-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь , 18:25

Башҡортостандың баһаһы федераль кимәлдә юғары

 “Незыгарь” федераль телеграм-каналы “2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫтырып сығарҙы. Авторҙар Башҡортостанды юғары һөҙөмтәле идара итеүсе субъекттар иҫәбенә индереп, төбәктәрҙең идара итеүсе командалары эшенең һөҙөмтәлелек рейтингын тәҡдим итте һәм социаль-иҡтисади хәлдең артабанғы үҫешенә прогноз яһаны.

Башҡортостандың баһаһы федераль кимәлдә юғары
Башҡортостандың баһаһы федераль кимәлдә юғары

Эксперттар докладта төбәктәрҙә социаль-иҡтисади климатты билдәләүсе төрлө факторҙар комплексын анализланы. Улар араһында – сәйәси идара итеү, субъекттарҙа элита эсендәге мөнәсәбәттәр, төбәктең сәйәси элитаһының көн тәртибенә махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүсәнлеге, коррупцияға ҡаршы көрәш һ.б. Бынан тыш, рейтинг төбәктәрҙәге социаль-иҡтисади процестарҙы һәм резонанслы кейстарҙы анализлауға нигеҙләнгән. Ошо критерийҙарҙан сығып, дәүләт идара итеүенең һөҙөмтәлелеге 10 баллы шкала буйынса баһаланған. Башҡортостан бөтәһе 8 балл йыйып, юғары идара итеү һөҙөмтәлелегенә эйә булған төбәктәр төркөмөнә инде. Рейтингтың абсолют лидеры тип 9,5 балл алған Мәскәү танылды. Рейтингтың аутсайдеры – Коми Республикаһы (1 балл), ә Волга буйы федераль округы төбәктәренән – Сыуашстан (2 балл). Рейтингка Рәсәйҙең яңы төбәктәре инмәгән, сөнки был субъекттарҙағы хәрби-сәйәси хәл әлегә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бер рәттән уларҙы баһаларға мөмкинлек бирмәй.

Рейтингта лидер төбәктәр төркөмө нығынған да инде, тип билдәләй эксперттар. 2023 йылда “Незыгарь” Башҡортостанды төбәктәрҙең иҡтисади яраҡлашыусанлығы буйынса лидерҙар иҫәбендә (республика тәүге өсәү иҫәбенә инде) атаны. Яңы рейтингта, беҙҙең республика һәм баш ҡаланан тыш, Санкт-Петербург, Ленинград, Түбәнге Новгород өлкәләре һәм башҡалар, бөтәһе 12 төбәк, юғары һөҙөмтәлеләр иҫәбенә инде.

Аналитиктар билдәләүенсә, Башҡортостанға һәм уның менән бер төркөмдә булғандарға федераль кимәлдә һиҙелерлек ярҙам, етәкселәрҙең һәм уларҙың командалары ағзаларының лоббист мөмкинлектәре, социаль-иҡтисади үҫештең күп кенә параметрҙары, шул иҫәптән йәшәү сифаты буйынса алдынғы позициялар хас.

“Идара итеү һөҙөмтәлелеге күп осраҡта субъекттарҙың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән бәйләнгән. Рейтингта лидер төбәктәрҙең күбеһе социаль-иҡтисади үҫештең күп параметрҙары, шул иҫәптән халыҡтың йәшәү сифатына ҡараған йәһәттән алдынғы урындарҙы биләй”, - тиелә докладта.

2024 йылдың йәйендә беҙҙә 360-тан ашыу өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 854 миллиард һум тәшкил итә, ошо сәбәпле 34 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Белгестәр лидер төбәктәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүенә ҙур иғтибар бүлеүен ыңғай баһалай. Башҡортостан бында әүҙем позиция биләй. Республиканан МХО биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла, Башҡортостан яугирҙәренә муниципалитеттар, эшҡыуарҙар һәм республиканың битараф булмаған кешеләре ярҙам ебәрә. Район һәм ҡала етәкселәре, республика чиновниктары һәм Радий Хәбиров үҙе лә – махсус хәрби операция зонаһында йыш ҡунаҡтар, улар һүҙ һәм эш менән Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә тырыша. Республикаға ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итәләр, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына киң ярҙам саралары күрһәтелә. Шуныһы ла бик мөһим: Башҡортостандың сәйәси элитаһы вәкилдәре – чиновниктар, төрлө кимәлдәге депутаттар үҙҙәре лә әле МХО биләмәһендә хәрби бурыстар үтәй.

Баһаланған критерийҙар араһында торлаҡ-коммуналь хужалығы проблемаһы ла бар. Был йәһәттән Башҡортостан аныҡ эш алып бара, быйылғы йылытыу миҙгеле сағыштырмаса тигеҙ үтте. Авария хәлдәре килеп сыҡһа ла, улар тиҙ арала хәл ителде.

Дөйөм алғанда, аналитиктар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларын ыңғай тип баһалай.

Башҡортостан һәр саҡ үҫеш юлында . Был хаҡта әбйәлилдәрҙең фекере:

 

Элиза Ҡунафина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе:

–Радий Фәрит улы үҙен йәмәғәт ихтыяжын аңлаған кеше булараҡ күрһәтте. Сағыу миҫал – тыуған телдәрҙе һаҡлау йәһәтәенән ҙур эштәр башҡара, мәҫәлән, республикала полилингваль мәктәптәр булдырылды.  Беҙҙең район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә лә ошондай мәктәп төҙөлөшө бара. Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төрлө белгестәргә һәм ойошмаларға гранттар бирелә башланы.

 

Дәүләт ауыл Советы депутаты Фәнүзә Дәүләтова:

-Республика етәксеһе Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам  итеү буйынса  бөтә төбәкте берләштерҙе, был тәңгәлдә республикала ғәйәт ҙур эш башҡарыла.. Яугирҙәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләре лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.  Әбйәлилдә лә МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итмәгән бер ауыл да, бер ғаилә лә юҡтыр. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һәр кем хәлен килгәнсе ярҙам итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: