+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль , 16:35

Күп балалы ғаиләнән булһаң, уҡыу хаҡы компенсациялана

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә балаларын республика колледждарында һәм техникумдарында уҡытыу хаҡының яртыһы компенсациялана. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Күп балалы ғаиләнән булһаң, уҡыу хаҡы компенсациялана
Күп балалы ғаиләнән булһаң, уҡыу хаҡы компенсациялана

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә балаларын республика колледждарында һәм техникумдарында уҡытыу хаҡының яртыһы компенсациялана.

 Компенсация күләме йылына 30 мең һумдан ашмай. Аҡса уҡыу йылы тамамланғандан һуң түләнәсәк.

Был льготаға барлыҡ ишле ғаиләләрҙең дә хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:

- ғариза биреүсе һәм күп балалы ғаилә ағзалары – Рәсәй граждандары һәм Башҡортостанда йәшәргә тейеш;

- студенттың 23 йәше тулмаған булһа;

- студент беренсе тапҡыр урта һөнәри белем алырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә генә түгел, ә мәктәптә, колледжда һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған балалары булған ғаилә лә ишле тип иҫәпләнә. 

Компенсация алыу өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында бирергә мөмкин.

Күп балалы ғаиләләргә бындай ярҙам "Деография" милли проектын үтәүгә лә өлөг индерә. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: