-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль , 17:00

Ил бәйгеһендә еңеүсе ғаиләгә – 5 миллион һум

 “Был беҙҙең ғаиләлә!” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһе еңеү яуланы. Улар бүләккә 5 миллион һум аласаҡ.    

Ил бәйгеһендә еңеүсе ғаиләгә – 5 миллион һум
Ил бәйгеһендә еңеүсе ғаиләгә – 5 миллион һум

 “Был беҙҙең ғаиләлә!” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһе еңеү яуланы. Улар бүләккә 5 миллион һум аласаҡ. Был турала республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

 “Татыу ғаилә конкурста бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте, улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 5 миллион һум аласаҡ. Афарин! Ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!” – тип яҙа министр үҙенең социаль селтәрҙәге хәбәрендә.

Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар бәйгелә Өфө ҡалаһы исеменән сығыш яһаны. Улар йыр-моң ярата, төрлө ижади конкурстарҙа, музыкаль бәйгеләрҙә ҡатнаша.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының иң халыҡсан был проектында Рәсәйҙең 89 төбәгенән 102 735 командала йәмғеһе 587 250 кеше ҡатнашҡан. Уларға 81 илдә йәшәүсе туғандары ла ҡушылған.

Конкурсты ойоштороусы – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автоном коммерция булмаған ойошмаһы.

Фото Ленара Иванованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: