+26 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль , 10:29

Финанс ойошмаһына ҡарата нисек ялыу ебәрергә?

Банк, страховка йәки башҡа финанс ойошмаһы менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, нимә эшләргә? Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

Ялыу ебәрегеҙ. Ойошма менән бәйләнеш ысулдарын килешеүегеҙҙә һәм финанс ойошмаһының рәсми сайтында таба алаһығыҙ.

2024 йылдың 1 июленән бөтә финанс ойошмалары мөрәжәғәттәргә 15 эш көнө эсендә яуап бирергә тейеш.

Әгәр мөрәжәғәтегеҙгә яуап алмаһағыҙ йәки компания проблеманы таныуҙан һәм хәл итеүҙән баш тартһа, Рәсәй Банкына хәбәр итегеҙ. Быны күрһәтелгән һылтанма буйынса интернеттағы ҡабул итеү бүлмәһе аша эшләргә мөмкин: vk.cc/cyfuMa.

Мөрәжәғәттәр ебәреү буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: vk.cc/cy8mrY.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: