+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль , 16:40

Әбйәлилдә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде

"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы(конгресы)" Башҡарма Комитеты һәм Президиумы ағзаларының башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙары бара.  Сараның төп маҡсаты – быйыл үтәсәк Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышы менән таныштырыу, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына таянып, халҡыбыҙҙың үҫешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡлау. 26 июлдә тәүге осрашыу Әбйәлил районы хакимиәтенең ултырыштар залында ойошторолдо. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары – Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы советнигы, «Башнедра» тау-геологик мираҫты, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов; журналист, дин әһеле Морат Лоҡманов; Хәлил Рәхмәтуллин; яҙыусы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Ғафаров, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, район ҡоролтайы етәксеһе Вил Илһамов ҡатнашты. Осрашыуға Асҡарҙан һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан әүҙем йәмәғәтселәр, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре килгән.

5 йыл элек Ҡоролтайҙың бишенсе съезы үтте, унда Президиум һәм Башҡарма комитет барлыҡҡа килде. Эльвира Айытҡолова үткән биш йылда берлектә эшләнгән эштәр менән таныштырып үтте. Артабан һүҙҙе сарала ҡатнашыусылар дауам итте. Асҡар ауылында йәмәғәт фекере телде һаҡлау мәсьәләһенә ҡағылды. БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Асҡар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар башҡорт телен һәм әҙәбиәте  уҡытҡан Зиниә Ғәлләмова дәреслектәрҙең башҡа фәндәргә ҡарағанда күпкә күңелһеҙерәк булыуын еткерҙе. «Республиканың көслө башҡорт рухлы практик уҡытыусыларынан ижади төркөм төҙөү мөмкинселеге булһын ине. Беҙ үҙебеҙгә яраҡлаштырылған, яҡшы йөкмәткеле, сағыу дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнашыр инек» – тигән тәҡдим индерҙе. Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлйөҙөм Сафина ла ошо фекерҙе ҡәүәтләне.  

“Тәрбиә ғаиләнән башлана, тәүләп балалар өйҙә башҡортса һөйләшеп өйрәнергә тейеш, минең өс балам да башҡортса һөйләшә. Ауылдарҙа ҡайҙандыр кемдер килеп эшләргә тейеш тип көтөп ултырмағыҙ, беҙ-тупаҡтар, ҡулдан килгәндәй бөтә эште үҙебеҙ башҡарабыҙ, мәктәп төҙөүҙә дәррәү булдыҡ, клубты ла төҙөнөк. Әүҙем булырға кәрәк, ” – тип әйҙәне райондаштарын Тупаҡ ауылында йәшәүсе Марсель Хамматов.

Гөлзифа Ғафарова, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе эш урындары булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙе күтәрҙе. “Ғаилә башлыҡтары ҡырҙа эштә, бала тәрбиәләү, йорт-ҡура, хужалыҡ ҡатын иңендә, тейешле тәрбиә аламы балалар бындай ғаиләлә? Ер мәсьәләһе лә бар. Йорт төҙөр өсөн ер кәрәк, ә ер юҡ, йә  аукцион аша, ошо проблеманы нисек хәл итергә? Шунан, тағы ла уҡытыусыларға, яҙыусыларға башҡортса сценарийҙар яҙып интернет селтәрҙәрендә таратырға тәҡдим итәм. Балаларға байрамдарҙы башҡортса үткәрерҙәр ине,”-тигән һорауҙарҙы күтәрҙе Гөлзифа Миҙхәт ҡыҙы. 

Юлдар төҙөкләндереү проблемаһын да күтәреүселәр булды. Был һорауға Вадим Ғафаров аныҡ яуап бирҙе. Юлдаш юлы төҙәтеләсәге тураһында Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин хәбәр итте.

Морат Нәжип улы Лоҡманов сығыш яһаны: “Бизнес менән шөғөлләнгән Әбйәлил йәштәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, улар эштәрен дә уңышлы алып баралар, мәсеткә лә  ҙур ярҙам күрһәтәләр. Йәш быуында телгә ҡарата ҡыҙыҡһындырыу уятыуға иғтибар бирергә кәрәк. Йәштәрҙең иманға ҡайтыуы ҡыуаныслы,”-ошо тәңгәлдә бик күп фекерҙәр әйтеп китте дин әһеле.

Өфөләге Әбйәлил йәштәренең етәксеһе, Тал-Ҡусҡарында тыуып-үҫкән Шәфҡәт Ғәбитов йәштәрҙе яҡшы юлға йүнәлтеүсе проекттарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Йәштәр һабантуйы, Рамаҙан айында ифтарҙар үткәреүҙәрен һөйләп китте. “Ирәндек” балалар лагерында ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға студенттар менән берлектә ярҙам күрһәтеүен бәйән итте. Улар  Атауҙы ауылында 5-се ҡорбан байрамы үткәргәндәр. "Самауырлы ритайым" һәм башҡа конкурстар үткәрәләр. Йәштәр ойошмаһы "Уҡы. Балалар" проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйҙәр, унда беренсе урын яулаусыға ат бүләк ителәсәклеген белдерҙе Шәфҡәт Самат улы.

Балаларға дөрөҫ дини әсбаптар менән ярҙам кәрәклеге лә асыҡланды сарала. Хәлил Рәхмәтуллин республикала ирҙәр ҡоро эшмәкәрлеген көсәйтергә тәҡдим индерҙе, ошо тәңгәлдә билдәләнгән эштәр менән таныштырҙы.

Башҡортса йәнһүрәттәр булмауы, уларҙың хәҙер мотлаҡ кәрәклеген, балалар русса үҫтереүсе тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр ҡарап, уларҙың теле русса асылыуын әсенеп һөйләнеләр, ошо мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү мөһимлеген күтәрҙеләр.

Башҡортса йәнһүрәттәр булмауы, уларҙың хәҙер мотлаҡ кәрәклеген, балаларҙың төрлө үҫтреүсе тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр ҡарап теле русса асылыуы тураһында, ошо мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйыу мөһимлеген күтәрҙеләр. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә идеологик эштәрҙә лидер булырға саҡырҙы Миләүшә Ҡаһарманова.  

  Амангилделәр ҙә ошо уҡ мәсьәләләргә ҡағылдылар. БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда ла район өсөн янып торған, башҡорт телен иң яҡшы белеүсе уҡыусыға үҙенең премияһын булдырған Фәүҡинур Сафина: “Телде юғалтыу мәсьәләһе районыбыҙҙа бик киҫкен тора. Беҙ көрсөккә килеп терәлдек. Ата-әсәләр менән бәйләнеште нығытырға кәрәк, сөнки йәштәрҙең үҙҙәрендә рух көсөн арттырыу өҫтөндә системалы эш алып барыу мөһимлеге килеп тыуҙы. Виртуаль донъяла йәшәүсе балаларҙы йәлләйем, уҡытыусыларҙың ғына тырышлығы етмәй, ғаиләнән килгән нигеҙ юҡ. Ауылыбыҙ иманлы, динде тотҡандар күп кенә. Беҙҙең стратегик план булырға тейеш, тәрбиә имандан башлана. Әйҙәгеҙ “Айыҡ ауылға” ҡатнашайыҡ, телебеҙҙе үҫтерәйек. Икенсе һорау: гәзит ваҡытында килеп етмәй, почта эшләмәй, иҫкергән яңылыҡтарҙы уҡырға тура килә,”–ошо мәсьәләрҙе әсенеп һөйләне Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы.

Юлдаш радиоһын, БСТ ны ҡарай алмауҙарына зарланды амангилделәр. Емерек хәлдә булыу сәбәпле, мәктәп февраль айында ябылған. Балалар күрше Үтәгән ауылындағы башланғыс мәктәп бинаһында тығылып уҡырға мәжбүр булдылар. Ата-әсәләр яңы мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтеүҙә булышлыҡ итеүҙе һоранылар.

Күрше Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов,  40 йыл фелдшер булып эшләгән Нурия Усманова бер һүҙҙән булды. “Ишкилде ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып та урын алмауҙары аяныслы, эшләмәгән эштәр ҡалманы, әүҙем эшләгән ауылдаштарҙың хеҙмәте тейешле баһаланмауы үкенесле. Халыҡ әүҙем, татыу, республика кимәленә сығарып күрһәттек, башҡа ауылдар менән таныштыҡ. Республика ойоштороу комитеты ағзалары килеп ҡараһын ине,”- тигән теләктәрен еткерҙеләр.

Рысҡужа ауылынан Илнур Яҡупов актуаль һорауҙарҙы күтәрҙе: “Ҡоролтай тарафынан дөрөҫ йүнәлеш алынған, тик нисек башҡорт халҡын берләштерергә уйлайһығыҙ, талаш-тартҡылаштарҙы нисек бөтөрөргә уйлайһығыҙ, ошо юҫыҡта эште уйларға кәрәк. Милли аңлы, рухлы бизнес кешеләрен үҫтерергә ине. Информацион-мәғлүмәти һуғыш заманында беҙгә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләргә кәрәк. Тимәк беҙгә балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу мотлаҡ. Әйтәйек, ни өсөн балалар бик яратып   ҡараған “Маша и медведь” кеүек популяр йәнһүрәттәрҙе тыуған телебеҙгә тәржемә итмәйҙәр? Татар телендә бар, ә беҙҙә ундай сифатлы тәржемәле тапшырыуҙар юҡ. Беҙҙең имам үҙенең инициативаһы менән мәсеттә балалар өсөн дини дәрестәр бирә башланы, ошо башланғысты башҡа ауылдар ҙа күтәреп алһын ине,”– тип һананы проблемаларҙы Илнур Хәмит улы. Шулай уҡ, спиртлы эсемлектәр һатыу нөктәләрен булдырмау мәсьәләрен, һатыу нөктәләрен ябыу юлын ябайлаштырырға кәрәклеге тураһында ла үҙ фекерен әйтте.

Зариф Атауллин Ҡаҙмаш урта мәктәбе директоры ФАП-тың авария хәлендә, уңайлы шарттар булмауы, шул сәбәпле медицина хеҙмәткәрҙәренең эшкә килмәү ҡыйынлығын әйтеп үтте. Төн төшөүгә ҡарамай һорау, тәҡдимдәр күтәрҙе әүҙем ауыл халҡы. Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Абдуллин ауылда рухлы, дәртле, эшһөйәр кешеләр йәшәүе, улар менән күп нәмәләрҙе атҡарып сыға аласығына ышаныс белдерҙе.

Президиум ағзалары һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һорауҙарға яуап биреп барҙылар һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итергә тырышасаҡтарын белдерҙеләр. Халыҡ әүҙем, ошондай асыҡ һөйләшеүҙәргә һыуһаған. Бындай саралар бик кәрәкле, йышыраҡ үтһен ине һәм һөҙөмтәләр бирһен ине, тигән теләктә таралыштылар әбйәлилдәр.

Гөлнара Ғиниәтова

Әбйәлилдә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде
Әбйәлилдә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде
Әбйәлилдә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде
Әбйәлилдә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде
Әбйәлилдә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: