Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды һәм был социаль йүнәлеш республикала айырыуса өҫтөнлөккә эйә. Һуңғы йылдарҙа Волга буйы федераль округында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса алдынғы урын биләү — эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Демографик хәлде яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика ғаилә институтына комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатлы сәйәсәт алып бара. Ғаилә йылы сиктәрендә күп балалар үҫтергән ғаиләләргә төрлө ярҙам саралары ҡаралған.

Районыбыҙҙың абруйлы ағинәйе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мәүҙиға Баймөхәмәтова күп балалы ғаиләләргә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙамды кәрәкле һәм бик урынлы тип баһалай.