Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя селтәрендә башҡорт телен ҡулланыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән бер төркөм ҡушымталар һәм башҡа проекттар булдырҙы. Мәҫәлән,
ашҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя селтәрендә башҡорт телен ҡулланыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән бер төркөм ҡушымталар һәм башҡа проекттар булдырҙы. Мәҫәлән,
«Алиас» («Әлләсе») уйынының башҡортса мобиль версияһы барлыҡҡа килде. Уйын барышында карточкала тәҡдим ителгән һүҙҙе икенсе һүҙҙәр менән аңлатырға кәрәк. Уйындың йәш сикләүҙәре юҡ. Уны башҡорт теле дәрестәрендә лә, рәсми булмаған шарттарҙа ваҡыт үткәреү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. «Алиас» ижади фекерләүҙе, логиканы, риториканы үҫтерә, башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итә.
«Inofon BASH» ҡушымтаһы иң киң таралған 400-ҙән ашыу һүҙҙе өйрәнергә мөмкинлек бирә. Өйрәнелгән бөтә һүҙҙәр ҙә теге йәки был тормош ситуацияларын һүрәтләгән темаларға берләштерелә һәм сюжет иллюстрациялары рәүешендә бирелә. Уйынсылар һүрәттән диктор атаған предметты табырға, һүҙҙең уның яңғырашын һәм яҙылышын иҫтә ҡалдырырға тейеш. Һүҙҙәрҙе иллюстрациялар менән бәйләп биреү кәрәкле һүҙҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә, тип билдәләне уҡытыусылар.
«IQ Balabash» белем биреү мобиль ҡушымтаһы Ҡаҙағстан программистары менән берлектә булдырылған. Ул балаларға тирә-яҡ донъяны ҡыҙыҡлы уйын ярҙамында өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Ҡушымта 14 тематик классификатор буйынса башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә. Ул һүрәттәр, 3D анимация, логиканы, хәтерҙе һәм моториканы үҫтереү өсөн уйындар менән байытылған.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Юсупова билдәләүенсә,. быйыл Мәскәү ирекмәндәре менән берлектә «Туған тел» программаһын эшләнгән, ул башҡорт телен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән. Ҡушымтала әлеге ваҡытта 20 дәрес бар һәм ул даими яңыртыласаҡ».
Өлкәндәр өсөн быға тиклем «Сәләм» башҡортса һөйләшеү ҡушымтаһы, «Эшлекле башҡорт теле» кеүек мобиль ҡушымталар эшләнгәйне.
Программистар әйтеүенсә, «Сәләм» 39 бүлектән тора, уларҙың һәр береһендә өсәр дәрес, бөтәһе 117. Дәрестәр ябайҙан ҡатмарлыға тиклем төҙөлгән, тел ҡыҫҡа күнегеүҙәр ярҙамында өйрәтелә. Шулай уҡ 1500 һүҙҙе һәм һүҙбәйләнеште үҙләштереү мөмкинлеген биргән 800 тест һорауы бар. Һүҙлек көндәлек тормошта иң киң таралған һүҙҙәрҙән тупланған.
«Эшлекле башҡорт теле» – эшлекле аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтеүсе, үҙ аллы эшләү өсөн күнегеүҙәрҙе һәм «Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе»н үҙ эсенә алған интерактив дәреслек. Ҡушымтала иң йыш төҙөлгән эшлекле ҡағыҙҙар өлгөләре бирелгән.
Башҡорт телен цифрлаштырыу “Мәғариф” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.
ФОТО: triptonkosti.ru