Өфөнөң муниципаль ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарында ике аҙна дауамында “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” хеҙмәткәрҙәре экодәрестәр үткәргән.
Экология дәрестәренә 800-ҙән ашыу бала йөрөгән. Улар ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙың мөһимлеге һәм предприятие эше тураһында ҡыҙыҡһынып тыңлаған. Балалар ойоштороусыларға һорауҙар биргән һәм фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.
Дәрестең программаһын предприятие хеҙмәткәрҙәре үҫеп килгән быуынды ҡыҙыҡһындырыу һәм уларға коммуналь системаларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон күрһәтеүгә таянып әҙерләгән. Шулай уҡ дәрестәргә интерактив элементтар һәм миҫалдар индерелгән.
Был дәрестәр ”Экология” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән.
Сығанаҡ: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.