Билдәләнгән көн һорап алған кеүек аяҙ, йылы торҙо. Бер тамсы ямғыр ҙа тамманы Биксура яланына. Биксура яланы тип аталған урын бөтөнләй ялан түгел –ул тау битләүе. Тирә- яғынан тауҙар, ҡайынлыҡтар менән уратылған, оло юлға терәлеп тиерлек ятҡан Әбйәлилдең йәмле тәбиғәт ҡосағы.
Ҡымыҙ байрамына ҡаҙмаштар ғына түгел, райондың төрлө ауылдарынан, Магнитогорск, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән райондарынан һәм башҡа тирә-яҡтан ҡунаҡтар, халыҡ оҫталары, тәжрибәле ҡымыҙсылар, хатта солоҡсолар ҙа йыйылды. Ҡымыҙҙың һәр төрлөһөн бушлай тәмләп ҡарарға мөмкин булды: ҡәҙимге ҡымыҙ, бейә һөтө, ыҫланған ҡымыҙ, төрлө үләндәр менән тәмләтелгән ҡымыҙҙан күргәҙмә теҙелеп киткән. Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа һәр төрлө ҡымыҙҙан ауыҙ итте.
Үтәгәндән Мәғәфүровтар ғаилә менән сыҡҡандар. Хужабикә сағыу төҫтәге милли кейемдә ҡаршыланы, ә улдары ғаилә брендының эмблемаһы әллә ҡайҙан күренеп торған кейем кейгәйне. «Толпар» Әбйәлил ҡымыҙы» тип аталған хужалыҡта ҡымыҙ эшләү серҙәрен яҡшы беләләр.
Баймаҡтар өҫтәлгә «ЭкоПродукт» теҙеп ҡуйғандар. Бында «Кумыс-сила кочевников» тип яҙылған пластик һауыттарҙағы ҡымыҙҙан башҡа төрлө ҡыҙыҡлы продукттар бар. Мәҫәлән, киптерелгән ҡымыҙҙы, дарыу һымаҡ, капсулалар менән йоторға була. Был продукт энергия, көс, дәрт, күтәренке кәйеф бирә. Сумкала алып йөрөргә лә була, бер литр ҡымыҙ һымаҡ урын да алмай. Тағы ла төрлө косметик кремдәр ҙә сығаралар икән. Файҙалы, бик яҡшы шөғөлгә тотонған баймаҡтар, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.
Ҡаҙмаш ауылынан Ихсановтар ҡымыҙҙы дөрөҫ ыҫлау ысулын күрһәттеләр. Улар ыҫлау өсөн өс төрлө ағас сөрөгөн алалар. Шуларҙың төтөнөнә йүкәнән эшләнгән көбөнө түңкәреп билдәле ваҡыт тоталар. Көбөнөң эсе ыҫлана, шул уҡ ваҡытта зарарлы микроптарҙан да таҙара. Ошо һауытҡа ҡымыҙ ҡойола һәм эсемлеккә төтөн тәме күсә. Тәмләп ҡараныҡ, бик үҙенсәлекле тәмле ҡымыҙ икән. Ысынлап та, үҙ эшенең оҫталары икән был ғаилә.
Ә бына Белорет районынын килгән Азамат һәм Зәйнәп Заһитуллиндар солоҡсолар булып сыҡты. «Нуҡат» солоҡ умартасылығы хужалары бик бай күргәҙмә ҡуйған. Улар төрло ҙурлыҡтағы ағас көбөләр алып килгән. Хужабикә һарыҡ йөнөнән аяҡ кейемдәре лә баҫа икән: аяҡты йылы тотоу өсөн, һыҙланғанды баҫыу өсөн бик кәрәкле тәпешкәләр инде.
Сибайҙан килгән әсәле-ҡыҙлы оҫтабикәләр күҙҙең яуын алырҙай милли биҙәүестәр күргәҙмәһе
ҡуйғайны. Йондоҙ Биксурина Әбдрәш ауылы ҡыҙы булып сыҡты, ә өләсәһе Йондоҙ Ҡаҙмаш ҡыҙы икән, уға өләсәһенең исемен ҡушҡандар. Ҡыҙы Әдилә лә оҫта, ул үҙ ҡулдары менән бәйләнгән уйынсыҡтарҙы теҙгән, шулай уҡ аквагримм яһап, кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы.
Ғөмүмән, балаларға күңелле булды. Ат-спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүселәре (етәксеһе Б. Дәүләтшин) балаларҙы атта һыбай йөрөттө. Ҡыҙҙар атта һәм понила һыбай оҫта юрттырып йөрөйҙәр, уларҙың таҫыллығына һоҡланырлыҡ.
Балаларға «Беренселәр» хәрәкәте ойошторған уйындар оҡшаны. «Беренселәр»ҙен бер һаны төшөрөлгән ҡыҙыл байрағы елдә елберләп, беҙҙең бала саҡтағы пионер слетын иҫкә төшөрҙө. «Беренселәр» беҙҙең пионер ойошмаһына алмашҡа килгән. Уларҙың флагы, галстугы, аттрибуттары ҡыҙыл төҫтә. Идеялары, пландары бик яҡшы, күңелгә ятышлы.
«Ғаилә» ойошмаһы байрам уртаһында балаларға бушлай консультация ойошторған. Логопед Резеда Рахманғолова, психолог Айгөл Йомағужина балалар менән аралашты, тел деффекттары булған балаларға ярҙам күрһәттеләр.
Төрлө республика конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған мәргән уҡсы Лена Йәһүҙина уҡ менән атыу ярыштары үткәрҙе. Өс бала әсәһе милли ярыш төрө менән декрет ялы ваҡытында шөғөлләнә башлай. Һуңғы тапҡыр ул «Баҡшай мәргәне» ярышында беренсе урын яулаған. Бик күп еңеүҙәргә өлгәшкән уҡсы ҡатын ир-егеттәргә мәргәнлек серҙәрен өйрәтте.
«Республикабыҙҙа яҡынса 40 процент халыҡ ауылда йәшәй. Ауылдың үҫеше, яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала суррогат алкоголь күп һатыла башланы, хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары артты. Ҡайһы бер райондарҙа суррогат менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы «хәрби операциялар» ойошторорға тура килде. «Айыҡ ауыл» конкурсы ла ошо йәһәттән беҙгә ярҙам итә. Конкурс халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерә. Ҡыҙыҡһыныу бар, кешеләр яҡшыраҡ йәшәргә теләй. Конкурс күп милләтле», — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ҡушый мәҙәниәт йорто янындағы "Йыуаса" төркөмө (етәксеһе-Фәнүзә Дәүләтова) халыҡты әле ген ҡаҙанда бешеп сыҡҡан эҫе йыуаса, самауыр сәйе һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйланы. Был төркөм районда киң билдәле. Улар республика конкурстары еңеүселәре, йыр-бейеүгә лә маһир, милли аштар яраштырыу оҫталары, МХО-лағы егеттәргә лә ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Байрамда ҡатнашҡан иң ололарҙың береһе, 78 йәшлек Фатима Һибәтова байрамға буҙа ҡойоп алып килгән, бөтәһен дә тәмле шифалы эсемлек менән һыйланы. «Өс улым, өс киленем бар. Шәүрә киленем менән бергә утыҙ йыл ғүмер итәбеҙ, Аллаһҡа шөкөр. Бынауындай матур көндә өйҙә ултырып булмай, шуға мин дә балаларҙан ҡалмай байрамға килдем», – ти ул.
Үтәгәндән мәҙәниәт йорто етәксеһе Фәнирә Мәғәфүрова, китапханасы Гөлфирә Йәһүҙина һәм Дарья ҡунаҡтарҙы матур милли кейемдәрҙә, француз яулыҡтары менән балҡып ҡаршы алды. Дарьяның саф башҡорт телендә милли ризыҡтарҙы маҡтауы ҡыҙыҡһыныу уятты. «Минең атайым башҡорт бит, Ҡаҙмаштыҡы, телде белергә тейешмен»,-тип көлдө ихлас Даша.
Байрамда ауылдаштары менән бергә булырға тип Өфөнән ашҡынып, дәртләнеп ҡайтҡан Гөлгөнә Әмирғәлина менән бергә Ҡаҙмаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары милли ризыҡтарҙан тәмле өҫтәл әҙерләгән:сәк-сәк, майға бешкән крәндил, йыуаса, талҡан, ҡороттан өҫтәл һығылып тора. Гөлгөнә Данил ҡыҙы ҡунаҡтар ҡаршыларға самауыр янында өйөрөлә ине, ауылдаштарына яҡшы теләктәрен еткерҙе.
Сания Сафиуллина, педагогик хеҙмәт ветераны, РФ мәғариф почетлы хеҙмәткәре:
“Афарин, егеттәр! Уҡыусыларым менән ғорурланам! «Ҡымыҙ-пати» байрамын юғары кимәлдә ойоштороп, бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтәренә алып, халыҡҡа ҙур байрам ойошторҙолар. Махсус хәрби операциялағы егеттәрҙең атай-әсәйҙәренә, балаларына сәй табыны ойоштороу, психологик яҡтан ярҙам күрһәтеү белгесен йәлеп итеү оло мәртәбәгә лайыҡ. Улар үткәргән башҡа төрлө саралар ҙа һанап бөткөһөҙ. Балалар өсөн төрлө тәрбиәүи уйын саралары. Биксура аҡланы был көндө гөрләп торҙо. Көндөң ҡояшлы тороуы ла байрамға йәм, дәрт өҫтәне. Уңыштар һеҙгә егеттәр! Һеҙ булдыраһығыҙ!”
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, аппарат етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, йәштәр буйынса баш белгес Ләйсән Рамаҙанова, медиа белгесе Руслан Һәүбәнов халыҡ менән йәнле аралашты һәм был яңы сараны уйлап тапҡан ҡаҙмаштарға уңыштар теләне. Иң тәмле ҡымыҙ тип ҡунаҡтар Тупаҡтан Салауат Баһаувтың, Ҡаҙмаштан Фәттәховтар ғәиләһенең, Фәүзилә һәм Әсғәт Ихсановтарҙың ҡымыҙын билдәләнеләр.
Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан, беҙҙең районға эш сәфәре менән килгән имам-ахун Хәмзә хәҙрәт Хафизов ҡымыҙ байрамында ҡатнашып, изге теләктәрен еткерҙе.
Кискә халыҡ билдәле артистар - Гөлсөм Бикбулатова, Зилиә Бәхтиева, Тимур Рамаҙанов, Ғәзим Йәмилхиндарҙың сығышына йыйылды.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин: «Байрамдарҙы спиртлы эсемлектәрһеҙ ҙә күңелле итеп үткәрергә була. Бөгөн беҙ үҫеп килгән быуынға шуны иҫбат иттек. Әйҙәгеҙ, байрамдарҙы ҡымыҙ эсеп кенә үткәрәйек»,- тип өндәне.
Байрамда ауылдың әүҙем кешеләренә маҡтау ҡағыҙҙары, әлеге ваҡытта ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә бүләктәр тапшырылды.
Инициативалы төркөмгә һайлап ҡуйылған ете егет был эште атҡарып сығыуға күп көс һалды һәм лайыҡлы итеп үткәреүгә өлгәште. Йәштәр араһында айыҡ тормошто пропагандалаусы ете егеткә афарин тиергә ҡала. Дәрт тә бар, дарман да бар Ҡаҙмаш егеттәрендә. Айтуған Абдуллин, Насирйән Әһелов, Ринат Сафиуллин, Ансар Тахаув, Азат Сафиуллин, Зариф Атауллин, Вадим Абдуллин ҡымыҙ байрамын ойоштороп, үткәреүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Байрам бик матур үтте. Ҡаҙмаштарға республика бәйгеһендә уңыштар теләйбеҙ. Афарин, егеттәр! Алға, Ҡаҙмаш!
Гөлнара Ғиниәтова