Конкурс нигеҙендә ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлау буйынса программаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә субсидиялар биреүгә һайлап алыу тамамланды. Конкурс еңеүсеһе тип Бөрө ҡалаһы билдәләнгән. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса ҡалаға 20,2 миллион һум бүленгән.
– Бөрө ҡалаһының туристик коды буйынса проектты тормошҡа ашырыу халыҡтың һәм туристарҙың ял сифатын күтәреүҙән тыш, бизнесты үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Проект урам навигацияһын ҡороуҙы, туристик-мәғлүмәт үҙәген булдырыуҙы, мәғлүмәт стендтары һәм реклама-мәғлүмәт конструкциялары, арт-объекттар ҡуйыуҙы, яҡтылыҡ инсталляцияларын, майҙансыҡтарҙы һәм байрам ҡала йәрминкәләрен уҙғарыу урындарын йыһазландырыуҙы үҙ эсенә ала.
Был проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан – 19,6 миллион һум, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 0,4 миллион һум бүленгән, урындағы бюджеттан – 0,2 миллион һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 20,2 миллион һум бүленәсәк.
2023 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Өфөгә туристик кодын булдырыуға 215 миллион һум бүленгәйне. Был аҡсаға навигация билдәләре (күрһәткестәр, стендтар, таҡталар); йәрминкә зоналары; ваҡиға зоналары (тирмәләр, сәхнәләр, аркалар, перголалар, урам кинотеатры); ҡарау майҙансыҡтары; иллюминациялар, туристик-мәғлүмәт үҙәктәре; арт-объекттар, фотозоналар, яҡтылыҡ инсталляциялары; төҙөкләндереү элементтары (туалеттар, гранит бағаналар, сигналдар, люктар) булдырылған.
Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-16/b-r-turistar-y-k-t-3929992