Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев Рәсәй Ҡораллы көстәрен комплектлау буйынса комиссияны етәкләйәсәк. Комиссияны ойоштороу тураһындағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы һәм хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды. Комиссия власть органдарының контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу буйынса эшмәкәрлеген координациялай, шулай уҡ ирекле формированиеларға саҡырыуҙы күҙәтә. Комиссияны Медведев етәкләй, уның урынбаҫары итеп оборона министры Андрей Белоусов тәғәйенләнгән. Шулай уҡ комиссия составына Президент хакимиәте башлығының ике урынбаҫары, министрлыҡтар вәкилдәре ингән.