Йәмғиәт
4 Октябрь 2024, 06:49

Йәшелләнһен өсөн еребеҙ!

Уҙған шәмбелә үткәрелгән «Йәшел Башҡортостан» акцияһынан Ҡаҙмаш ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы.

Быйылғы йылда «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыусы ҡаҙмаштарҙың дәр-рәүлегенә, ихласлығына хайран ҡалырлыҡ. Республикала уҙғарылған сәләмәт тормошто пропагандалаған бер спорт ярыштарынан да, акцияларҙан да, ярыштарҙан да ситтә ҡалмайҙар улар, бар көсөн, дәртен һалып, бөтә сараларҙа ла ихлас ҡатнашып киләләр.
Акция уҙғарылған көндө лә мәҙәниәт йорто директоры Әҡлимә Ғәбитова етәкләгән «Илекле ҡыр» фольклор ансамбле ағзалары менән берлектә ауылда ҙур эш башҡарылды. Төшкә тиклем әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ауылдаштары, һуғыш ветераны Ишҡол Мәхмүтовтың хәлен белешеп, ветеранға ҙур хөрмәт күрһәтте. Ҡапҡа алдын таҙалап, йортоноң эргә-тирәһен ипкә килтерҙеләр. Был изге эш Ололар көнө алдынан оло кешегә ихтирам йөҙөнән дә башҡарылды. 
— Донъялар имен торһон, Украина мәхшәрҙәре тынысланһын, киләсәк быуын беҙ күргәнде күрмәһен ине. Кешеләр һәр ваҡыт айыҡ аҡылда айыҡ фекер йөрөтһөн, Аллаһы Тәғәләнең киң ҡөҙрәте менән еңеү беҙҙең яҡта булһын тигән теләктә ҡалам, — тип изге теләк-тәрен еткерҙе ветеран. 
Артабан иһә клуб мөдире етәкселегендә ауыл мәҙәниәт йорто баҡсаһына 15 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Бында урындағы мәктәптән, ауыл хаки-миәтенән хеҙмәткәрҙәр ағас ултыртырға ярҙамлашты. Улар менән бергә тирә-яҡты йәшелләндереүҙә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһынан Таңһылыу Әһелова, Сәлимә Сафина, Рәсимә Мәхмүтовалар ҙур әүҙемлек күрһәтте. 
— Ауыл эшенең һәр башланғысын хуплап тороусы Фәүзилә Ихсанова, Рәсимә Мәхмүтова, Гөлнур Шәһивәлиева, Сания Сафиуллина, Ишбикә Дауытова, Мәрйәм Әйүпова, Мәүҙиға Ҡужина, Сәлимә Сафина, Сәлимә Моталова, Таңһылыу һәм Илсиә Әһеловалар ҙа бер эштән дә ситтә ҡалмай. Рәғиҙә Хәкимова, Нәсимә Фәйзуллина, Рәсилә Мөхөтдинованы ла телгә алмау яҙыҡ булыр. Уларҙың һәр ҡайһыһының ҡул көсөн, тел ярҙамын даими тойоп торабыҙ. Ауылда тауыҡ сүп-ләһә лә бөтмәҫлек эш араһында ваҡыттарын табып ярҙам ҡулы һуҙып ҡына торалар, артабан да шулай бергә эшләргә яҙһын, — ти клуб мөдире Ә. Ғәбитова.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас