Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә проект документацияһы дәүләт экспертизаһы идаралығында ҡарала. Проектҡа ярашлы, һәйкәл үҙе лә, нигеҙе лә реставрациялана. Һәйкәлде һүтеп алырға кәрәк. Эштәрҙең яҡынса хаҡы 300 миллион һумға баһалана.
Һәйкәлде төҙөкләндереүҙе бер йылда тамамларға ниәтләйҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли батырыбыҙ һәйкәле федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарай. Уны Өфө биләмәһендәге цехта реставрациялайҙар, тип хәбәр иткәйне Башинформ.