+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь , 10:05

Уҡытыусылар бүләкләнде

Тантаналы сара Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөнә арналды.

Уҡытыусылар бүләкләнде
Уҡытыусылар бүләкләнде

 Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ул шулай уҡ ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар конкурсы еңеүселәрен бүләкләне. 

«Был – йәмғиәттә иң сағыу һәм яратҡан һөнәри байрамдарҙың береһе. Ул ғүмере буйына уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөткәндәрҙе берләштерә. Был көн барыбыҙҙы ла, элекке уҡыусыларығыҙҙы, тулҡынландырғыс мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөргә, остаздарыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә саҡыра.

Мәктәптәрҙә, гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа тәжрибәле педагогтар – беҙҙең «алтын фонд» һәм йәш талантлы уҡытыусылар эшләй. Һеҙ барығыҙ ҙа – сағыу, үҙ эшен яратҡан профессионалдар.

Һәр уҡыусының тормошта ниндәй юлды һайлауы, уңышы һеҙҙең белемгә һәм оҫталыҡҡа бәйле. Һеҙҙең арымай-талмай эшләүегеҙ – дәүләт әһәмиәтендәге хеҙмәт. Тап ул башлыса республиканың һәм илдең киләсәген билдәләй.

Һеҙ балаларҙы фән нигеҙҙәренә өйрәтәһегеҙ, уларға талантын, үҙ аллы фекерләү, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен асырға ярҙам итәһегеҙ. Иң яҡшы әхлаҡи һәм патриотик миҫалдарҙа илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләйһегеҙ», - тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров Башҡортостанда уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү өсөн күп эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне. Быйыл балалар баҡсаларының йәш педагогтарына яңы грант ярҙамы программаһы эшләй башланы һәм 50 еңеүсе тәүге тапҡыр 575-әр мең һум аҡса алды. Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса быйыл гранттар һаны 75-кә тиклем арттырылды.

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләгән педагогтарға түләү – 300 мең һумғаса, ә призерҙарға һәм уларҙың уҡытыусыларына 150 мең һумғаса еткерелде. Республикала берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға 50-шәр мең һум премия түләнә.

Республика етәксеһе уҡытыусыларға намыҫлы хеҙмәте, сабырлығы, балаларҙы эскерһеҙ яратыуы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, илһам, рәхмәтле уҡыусылар, яңы һөнәри ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-08/radiy-habirov-vruchil-uchitelyam-gosudarstvennye-nagrady-respubliki-3959858

Автор:
Читайте нас: