Башҡортостанда 2024 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә «Башинформ».
Бына улар лауреаттар:
- «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, махсус хәрби операция геройҙары тураһында мәҡәләләр циклы өсөн;
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади тематикаға материалдар өсөн;
- «Башҡортостан» телекомпанияһы журналистары коллективы Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев, Айҙар Шәрипов, «Башҡортостан каникулдары» проекты өсөн.