0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь , 10:00

Ипотека өсөн өҫтәмә аҡса бүленде

Был турала бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Ипотека өсөн өҫтәмә аҡса бүленде
Ипотека өсөн өҫтәмә аҡса бүленде

Рәсәй Хөкүмәте «Ғаилә ипотекаһы», «Льготалы ипотека» программалары буйынса процент ставкаһын субсидиялау өсөн резерв фондтан өҫтәмә рәүештә 446,9 миллиард һум йүнәлтә. Был турала бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Бүленгән сумманан 142 миллиард һумы «Ғаилә ипотекаһы»н субсидиялау өсөн тәғәйенләнә. Был балалы граждандар өсөн 6% ставка менән льготалы ипотека программаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Бынан тыш, 269,8 миллиард һумы «Льготалы ипотека» программаһы сиктәрендә элек бирелгән кредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялау өсөн йүнәлтелә.

Өҫтәмә финанслау шул иҫәптән Рәсәй банкының төп ставканы күтәреүенә бәйле, тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-22/pravitelstvo-dopolnitelno-vydelilo-446-9-mlrd-rubley-na-lgotnuyu-ipoteku-3978984

Автор:
Читайте нас: