Йәмғиәт
25 Октябрь 2024, 10:12

БЕЙЕШ БАТЫР ИҪТӘЛЕГЕНӘ...

Биксура буйында «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә Бейеш батыр иҫтәлегенә уҡтан атыу буйынса республика кимәлендә ҙур бәйге ойошторолдо.

Үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталығын камиллаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсатында үткәрелде был сара.
Бейеш йыры халыҡ күңелендә ҡалып, халыҡ йырына әүерелде. Дәүләт вәкилдәре өсөн ҡасҡын, ябай халыҡ өсөн батыр исемен алған Бейеш сығышы менән Ҡусҡар ауылынан булыуы билдәле. Уны эҙәрлекләүҙәре арҡаһында Хәмит, Амангилде, Әбделғәзе яҡтарында төйәк итеүе мәғлүм. Үҙҙәренең тарихи үткәнен онотмайынса, шәхестәренең рухына бәйге ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы Ҡаҙмаш ауылы халҡы, сөнки улар быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Ауылдың инициатив төркөмө егеттәре менән «Иҡара-уҡсы» спорт клубы (етәксеһе Н. Р. Хәйруллин), урындағы хакимиәт һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, «Илекле ҡыр» фольклор ансамбле, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары сараны юғары кимәлдә уҙғарҙы. 
Ярыш, ысын мәғәнәһендә, рух байрамына әүерелде. Әберкәле күлдәктәр, ситектәр кейгән, флүр яулыҡтар ябынған, түштәренә селтәр, хәситә таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ҡамсат бүрек, еләндәр кейгән, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған ир-егеттәргә ҡарап һоҡландыҡ та, ярыш мәлендә улар өсөн көйөп, яндыҡ та. Милли көйҙәр менән оҙатылып барған бәйге ярышта ҡатнашыусыларҙы алыҫ үткәнебеҙгә, башҡорт халҡының тарихына алып ҡайтты. 
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусыларҙы Амангилде ауылының һәүәҫкәр йырсыһы Садиҡ Шаһыбалов «Бейеш» йыры менән сәләмләне. Алып барыусы Миңзәлә Юлмөхәмәтова башҡорт халҡының алыҫ үткәненә, Бейеш батырҙың биогра-фияһына туҡталғандан һуң, артабан ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин телмәр тотто:
— Рух һәм сәм байрамында һеҙҙе күреүемә шатмын. Юҡҡа ғына мәргән уҡсыларҙы Биксура яланына йыйманыҡ. Легендала һөйләнеүенсә, беҙҙең яҡта уҡтан оҫта атҡан ир-уҙаман йәшәгән. Ҡаҙаҡтар баҫып ингәндә ул үҙенең мәргәнлеге менән бик күп дошманды ҡырған, шуға ла уға «бик сура» тип ҡушамат таҡҡандар, йәғни беҙҙең телдә «бик мәргән» тигәнде аңлата, — тип тарихҡа туҡталды Вадим Рәфҡәт улы. — Тарихыбыҙға күҙ һалғанда атай-олатайҙарыбыҙҙың уҡсы булараҡ ниндәй мәшһүр юлдар үткәнен, ҡылыс менән һыбай сапҡан ҡаһарман олатайҙа-рыбыҙҙы оноторлоҡмо ни?! Ошоларҙы балаларға беҙ еткерергә тейешбеҙ. Был сарала мәктәп уҡыусылары ҡатнашыуы ла мәртәбәле. Уларҙа ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ хисе тыуасаҡ. Кейемдәрҙе лә һәр кем китаптарға ҡарап үҙенсә тегә, биҙәй. Бәйгеселәргә уңыштар теләйем. Һеҙҙең өсөн яланда төшкө аш, тирмәлә сәй эсеү ҡаралған, һәр кем һый-хөрмәттән ауыҙ итә ала, рәхим итегеҙ Биксура еренә!
Ярышта райондан ғына түгел, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Белорет, Ауырғазы, Учалы, Баймаҡ һәм башҡа яҡын-тирәлә ятҡан райондарҙан көллөһө 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙы төп судъя Нуриман Хәйруллин менән Миләүшә Хәлилова ярыштың ҡағиҙәләре менән таныштырғандан һуң, сәмле һәм ҡыҙыҡ ярыш башланды. Бәйгенең ҡағиҙәләре буйынса уҡсылар шәхси беренселектә оҫта атыусылар, яңы ата башлағандар һәм балалар төркөмдәренә бүленде. Һәр береһе бөтәһе 5 этапта көс һынашты: төрөк путаһы, ҡалҡан, һыбай, мәргән, башҡорт атышы. 
Мәрәйҙәр буйынса уҡтан оҫта атыусы ир-егеттәр рәтендә (профессионалдар) Ғәфүр Рахманғоловҡа (Баймаҡ) етеүсе булманы. Тимур Өмөтбаев (Сибай) икенсе, Фәрит Юлдашбаев (Өфө) өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында (про-фессионалдар) беҙҙең район ҡыҙы, Рауил ауылынан Гүзәлиә Дәүләтова беренсе урынға лайыҡ булды. Сығыштары менән беҙҙең райондан булған, әммә яҙ-мыштарын Учалы һәм Белорет район-дары менән бәйләгән Динә Вәлиева икенсе, Айгөл Ғәлиуллина өсөнсө урында билдәләнде. 
Ир-егеттәр араһында яңы уҡтан атыусылар рәтендә беренсе урынды Хөрмәт Баһаутдинов (Сибай), Азамат Мәмбәтов (Өфө) икенсе, Морат Ҡолһарин (Баймаҡ) өсөнсө урынды алды. Ошо уҡ төркөмдә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Лилиә Хөснитдинова (Әбйәлил) беренсе урында еңеүсе тип табылды. Любовь Ситдиҡова (Белорет) икенсе, Гөлназ Мәғзүмова (Өфө) өсөнсө урында еңеүселәр. 
Балалар араһында (малайҙар) Ауыр-ғазы районынан Батырхан Ғайсинға тиңләшеүсе булманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Әбйәлил бөркөттәре Батыр Әхмәтйәнов менән Тимур Хәйруллин бүлеште. Ҡыҙҙар араһында Ауырғазы ҡыҙҙары — иң мәргәндәре. Гөлшат Мырҙабаева менән Аделина Шафиҡова беренсе һәм икенсе урындарҙа билдәләнде. Өфөнән Алһыу Бураҡаева өсөнсө урынды яуланы. 
Командалар 18 метрҙан атып ярыш-тылар. Ғәҙәттәгенән айырмалы рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар айырым, ир-егеттәр айы-рым команда булып көс һынаштылар. Ир-егеттәр араһында Баймаҡ уҡсылары беренсе, «Юрмаштар» (Өфө) командаһы икенсе, «Чемпион» йыйылма командаһы өсөнсө урынды алды. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Әбйәлил ҡыҙҙарына етеүсе булманы. Баймаҡтар икенсе, «Йәш ҡыҙҙар» йыйылма командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр һәм миҙалдар бирелде. Республикала мәргән уҡсы хәрәкәтен популярлаштырыуға ҙур көс һалған, уның географияһын киңәйткән, уҡ-һаҙаҡ, йәйәләрҙе эшләү һәм һатыу менән шөғөлләнгән Рәис Низаметдинов та ҡатнашты был сарала. Ул бәйге аҙағында ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ошондай теләк белдерҙе:
— Рух, дәрт, тыуған ергә һөйөү һәм халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ихти-рам уятҡан бәйгене ойошторған ауыл биләмәһе башлығы Вадим Рәфҡәт улына әйтер һүҙем шул — тыуған еренә, халҡына, уның кәсептәренә, йолаларына оло хөрмәт менән ҡараған ир-уҙамандарыбыҙҙың йәштәр араһында булыуы һоҡландыра. Йырҙарҙа йыр-ланған Бейеш батыр төйәге йыл да уҡсыларҙы ошо Биксура яланына йыйһын ине. Тәбиғәтегеҙ матур, һауағыҙ таҙа, халҡығыҙ ихлас, әйҙәгеҙ, ошо бәйгене традиция итеп алайыҡ, — тине ул. 
Һәр еңеүсенең үҙ бүләген алғанда «Башҡорт халҡына хеҙмәт итәм!» тип әйтеүе оран булып яңғыраны. «Бейеш батыр» бәйгеһендә ҡатнашыусылар бергәләп фотоға төшөп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә бер-береһе менән аралашып, ошондай сараларҙы үткәреп торорға кәрәк тигән теләктә таралышты.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас