Сарала ҡатнашыусылар инвалидлыҡҡа эйә граждандарҙы эшкә урынлаштырыу, был категорияға ингән граждандар категорияһына иртә осорҙа профессиональ йүнәлеш биреү, хеҙмәт шарттарын булдырыу мәсьәләләрен ҡараны.Түңәрәк өҫтәлдә төбәк власть органдары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү федераль фондтары, бизнесҡа булышыу институттары, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашты. Шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүллек өлкәһендә эшләгәндәр, шул иҫәптән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы ла саҡырылды.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтарҙың мәшғүллеген хәл итеү, уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү өсөн әһәмиәтле. Түңәрәк өҫтәл уңышлы тәжрибә һәм башланғыстар менән уртаҡлашыу һәм инклюзив мөхит булдырыу буйынса власть, бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһындағы диалог өсөн майҙан.
Был сара ”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысы” милли проекты сиктәрендә ойойшторолған.