-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь , 16:05

«Мостай Кәрим» энциклопедияһы донъя күрҙе

Ул 1800-ҙән ашыу мәҡәләнән тора, уларҙың күпселеге яҙыусының ижадына арналған.

«Мостай Кәрим» энциклопедияһы донъя күрҙе
«Мостай Кәрим» энциклопедияһы донъя күрҙе

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институты коллективы үҙенсәлекле баҫма  — «Мостай Кәрим» тигән энциклопедияһын баҫтырып сығарҙы. Илдә аҙ һанлы шәхси әҙәби энциклопедиялар иҫәбенә ингән китап Башҡортостан Президентының 2006 йылдың 17 ғинуарындағы «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәримдең) иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» указына ярашлы әҙерләнде.

Китап авторҙары һүҙҙәренсә, энциклопедияла ижады донъя кимәлендәге әҙәби классикаға ҡараған әҙиптең тормошо һәм ижады хаҡында мәғлүмәттәр тупланған. Фәнни-популяр баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Китап Башҡортостандың халыҡ шағиры, энциклопедияның Ғилми-редакция коллегияһының баш мөхәррире Рауил Бикбаевтың мәҡәләһе менән асыла.

Энциклопедия 1800-ҙән ашыу мәҡәләнән тора, уларҙың күпселеге яҙыусының ижадына арналған. Баҫмала халыҡ шағирының рус, сит ил әҙәбиәттәре менән бәйләнешен, әҫәрҙәренә кино төшөрөү, музыка яҙыу һәм уларҙы сәхнәләштереү тарихын сағылдырған мәҡәләләр, 800-ҙән ашыу иллюстрация бар.

Әйткәндәй, «Башинформ» Башҡортостан Фәндәр академияһында «Мортаза Рәхимов» энциклопедияһының исем туйы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйне. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-30/v-ufe-uvidela-svet-entsiklopediya-mustay-karim-3989397

Автор:
Читайте нас: