Программа эшһеҙ граждандарҙы, 30 йәшкә тиклемге йәштәрҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа сығымдарҙы аҡсалата компенсациялауҙы күҙ уңында тота.
- Субсидия һәр яңы хеҙмәткәргә түләнә. Эш хаҡына район коэффициенты өҫтәлеүен иҫәпкә алып, ярты йыл эшләгән бер хеҙмәткәргә компенсация беҙҙең республикала 86 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Субнайм программаһы буйынса республика компанияларына башлыса 30 йәшкә тиклемге йәш хеҙмәткәрҙәр килә. Башҡортостанда әүҙем мәшғүллек сәйәсәте арҡаһында йәштәр араһында эшһеҙлек ил һәм Волга буйы федераль округына ҡарағанда түбәнерәк һәм 1,7 процент тәшкил итә, – тип һөйләне Башҡортостан республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.
Эшкә урынлаштырылғандар араһында башлыса эшсе һөнәрҙәренә эйә белгестәр -слесарь-электромонтажсылар, ашнаҡсылар, тракторсылар, электромонтерҙар, һатыусылар, электр-газ менән иретеп йәбештереүселәр, официанттар.
Эшкә алыуҙы субсидиялау программаһы 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Был программала юридик шәхестәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар субсидияға иҫәп тота ала.