-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь , 15:45

Күп балалы ғаиләләр өсөн

Хәҙер улар онлайн таныҡлыҡ менән файҙаланасаҡ.

Күп балалы ғаиләләр өсөн
Күп балалы ғаиләләр өсөн

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Документтар” бүлегендә һалырға мөмкин булған электрон документтар ярҙамында льготалар алыу ябайлашты. Электрон документты ҡағыҙ документ менән бер рәттән файҙаланырға мөмкин. Танытма алыу өсөн ғариза биреүсенең паспорты, 14 йәштән өлкән ғаилә ағзаларының паспорт күсермәләре һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ күсермәләре, 18 йәштән өлкән баланың көндөҙгө бүлектә уҡыуын раҫлаусы белем биреү ойошмаһы тураһында мәғлүмәттәр кәрәк. Бала тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү "Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова илдә күп балалы ғаиләнең берҙәм критерийы билдәләнеүен хәтергә төшөрҙө. Уның һүҙҙәренсә, 18 йәшкә тиклемге йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге өс йәки унан күберәк балаһы булған ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Ғаилә ошо статусты мөҙҙәтһеҙ һаҡлай. Өҫтәүенә ул социаль ярҙам саралары менән өс баланың кесеһенә 18 йәки 23 йәш тулғансы файҙалана ала. Балаларының йәшенә ҡарамаҫтан, күп балалы ата-әсәләргә мөҙҙәтһеҙ хеҙмәт һәм пенсия льготалары булдырыла.

Күп балалы ғаилә статусы рәсми рәүештә социаль яҡлау органдарында рәсмиләштерелә һәм мәғлүмәттәр Дәүләт хеҙмәттәренең шәхси кабинетына ебәрелә. Әгәр мәғлүмәттәр килеп сыҡмаһа, тимәк, статус социаль яҡлау органдарында рәсмиләштерелмәгән йәки мәғлүмәттәр тапшырылмаған тигәнде аңлата. Бындай осраҡта социаль яҡлау органына йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында кире бәйләнеш платформаһы аша мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Күп балалы ғаиләнең ҡағыҙ таныҡлығын алыуға ғаризаны күп функциялы үҙәк офисында, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалында йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:
Читайте нас: