Рәйлә Моталова торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәт итеүгә 30 йылдан ашыу ғүмерен биргән. Тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән лаборантты МУП етәкселеге тиҙ генә хаҡлы ялға ебәрергә теләмәй. Үҙе лә: «Һаулыҡ булһа, 70 йәшкә тиклем эшләйем әле», — тип күнегелгән юлдан атлауын белә. Теүәл бер йыл элек тормош иптәшенең сәләмәтлек буйынса проблема-лары килеп тыуғас, 70-се йәше менән барған Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы илатып тигәндәй туған коллективы менән хушлашырға мәжбүр була. Әйтергә кәрәк, үҙенә алмаш әҙерләп тыныс күңел менән китә ул ялға. Эшлә-гән сағында юғары наградаға тәҡдим итеүе тураһында пен-сияға сыҡҡас онотола. Ә награда юғалмай — Республика көнөнә арналған тантанала оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн уға «Баш- ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме бирелде.
Тормоштоң бер көнө лә «коммунальщиктарҙың» хеҙмә-тен урап үтә алмай. Көнкүрештә барыһы ла яйлы икән — тор-баларҙан йылы килеп, крандан һыу ағып торһа, уларҙың барын-юҡлығын һиҙмәйбеҙ ҙә. Ә шул рәхәтлектәрҙең береһенән генә яҙһаҡ та дау ҡуптарабыҙ. Рәйлә Моталова торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә күҙгә күренмәгән бик мөһим эш башҡара. Ул «Асҡар» МУП-ының үҙәк ҡаҙанлығында лаборант булып эшләй. Эшенең асылы һыу составындағы тоҙҙар йылытыу ҡаҙандарына һәм торбаларға ҡомаҡ булып ултырмаһын өсөн уларҙы химикаттар ярҙамында эретеүҙән ғибәрәт. Был химик процестар ҡорамалдарҙың тиҙ сафтан сығыуынан, мөһим элементтарының боҙолоуынан һаҡлай. Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙының үҙ эшенә намыҫлы ҡарауы арҡаһында техник характеристикаһы буйынса дөрөҫ эксплуатациялағанда 10 йыл хеҙмәт итеүгә гарантия-ланған мейестәр үҙәк ҡаҙан-лыҡта ике тиҫтә йылдан ашыу көйлө эшләп тора.
Бындай фиҙаҡәрлек өсөн бер ниндәй ҙә маҡтаулы исем-дәр йәл түгел. Үҙәк ҡаҙанлыҡ мастеры Айҙар Мамлеевтың тәҡдимен бөтә коллектив хуп-лай. Ә коммуналь хеҙмәтлән-дереү өлкәһенә Рәйлә апай осраҡлы ғына юлыға. Уға тиклемге эше ябылғас, бәләкәй бала менән сменалы эш ҡулай тип ваҡытлыса оператор булып үҙәк ҡаҙанлыҡҡа килә. Ваҡыт-лыса тигәне 30 йылдан ашып китә.
Ишле ғаиләлә буй еткергән Үтәгән ауылы ҡыҙы тиҙерәк үҙ йүнен үҙе күрергә теләп үҙаллылыҡҡа ынтыла. Аман-гилде мәктәбендә 8 класс та-мамлағас, Баймаҡҡа тегенсе- леккә уҡырға юллана. Асҡарҙа көнкүреш йортонда ике йыл тегенсе булып эшләгәс, 1974 йылда Өфөгә бухгалтерҙар күрсына уҡырға инә. Район мәғлүмәт-иҫәпләү станцияһында эш хаҡы буйынса оператор булып 19 йыл хеҙмәт итә. Был дәүерҙә ул Асҡар егете Вәкил Моталов менән ғаилә ҡороп, йорт төҙөп сығып, өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Үҙгәртеп-ҡороу заманы ҡоһоро Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы эшләгән ойошмаға ла ҡағылмай ҡалмай. 1993 йылда ойошма ябылып эшһеҙ ҡала. Геройымдың артабанғы хеҙмәт юлы торлаҡ-коммуналь өлкәгә бәйле.
Үҙәк ҡаҙанлыҡ реконструк-цияланғас, 2000 йылда һыуҙы химик таҙартыу буйынса лабо-рант талап ителә. ПУЖКХ етәкселеге был вазифаны Рәйлә Моталоваға тәҡдим итеп, уны баш ҡалаға уҡырға ебәрә.
Химикаттар менән эшләү зарарлы. Башта аллергия менән яфалана Рәйлә апай. Аҙаҡ организмы нисектер уларға тәьҫир итмәй башлай. «Арҡа-йым» ҡаҙанлығы ликвидация-ланғанға тиклем лаборант буры- сын ике урында тарта. «Арҡа-йым» коллективы башта: «Беҙгә лаборант нимәгә инде?» — тип уның үҙәк ҡаҙанлыҡтан килеп йөрөүен бик үк өнәп еткермәй, әммә системаға һыуҙы таҙартып бирә башлау тиҙҙән һөҙөмтәһен күрһәтә, ремонттан бушамаған слесарь-көйләүселәр иркен тын алып ҡала.
— Ғөмүмән, ҡаҙанлыҡта эш-ләүселәрҙең хеҙмәте ауыр һәм яуаплы. Смена тура килһә, кеше-ләр ял иткәндә, байрамдарҙа эшләргә тура килә. Ә инде авария булһа, эш сменаһы бөтһә лә, ҡайтып булмай. Йылы-лыҡ трассалары иҫке булғас, өҙөклөктәр йыш була. Минең эшем авария эҙемтәләрен бө-төргәндән һуң һыу ебәргәс кенә тамамлана. Өйҙәгеләр йылдар дауамында авария тигәнгә өйрә- неп күнеп бөттөләр, — ти ул эшенең ҡатмарлыҡтары тура-һында.
Үҙәк ҡаҙанлыҡ мөдире Зин-нур Әхмәтйәнов, һуңғы йылдар-ҙа мастер Айҙар Мамлеев ҡулы аҫтында бергә эшләгән коллек-тивы хаҡында күңел түрендә тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы. Оператор-ҙар Сәридә Хәкимова, Миңде-ямал Шәйхина уларҙан һуң Фәриҙә Нияҙғолова, Көнһылыу Бүләкбаева, Рәшиҙә Харунова, слесарҙәр Салауат Абдрахма-нов, Фәрит Мортазин, Булат Фәтхуллин менән оҙаҡ йылдар татыу эшләгәндәр. Әйткәндәй, Фәриҙә Нияҙғолованы лаборант эшенә өйрәтеп, үҙенең урынына ҡалдырған. Ҡатын-ҡыҙ ҡулынан гөлдәр тама тигән хәҡиҡәт ҡаҙанлыҡты ла урап үтмәй. Дәү мейестәр, йыуан-йыуан торба-лар, тимер-томор араһында гөлдәр үҫтереп матурлыҡ тыуҙы-ралар, күп йылдар элек ултырт-ҡан мандарин ағасы хәҙер емеш биреп ултыра, тип һөйләй ул. Коллегаларына эштәрендә уңыштар теләй Рәйлә апай.
Халыҡ йылылыҡ өсөн йы-йылған бурысын түләһә, МУП-ҡа еңелерәк булыр ине тип «һаҡаллы» проблема өсөн дә борсола.
Моталовтарҙың: «Хеҙмәттә янып йәшәнек!» — тиеүендә ғорурлыҡ сатҡылары сағыла. Шулай булмай ни — РТП-ла, унан «Башкирнефтепродукт» ойошмаһында ғүмер буйы водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Вәкил Зиннур улы ла «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ә Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙының иңдә-ре артында 49 йыллыҡ хеҙмәт стажы ята. 48 йыл бер төптән егелеп тартҡан ғаилә тормо-шонда ла улар күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ҡыҙҙары Ләйсән, Флүрә һәм Гөлфинә өсөһө лә юғары белемгә эйә, ғаиләләре менән матур тормош көтәләр, балалар үҫтерәләр, олоғайып барған ата-әсәһенә терәк һәм ярҙамсылар ҙа.
«Хаҡлы ялда күңелһеҙ түгелме?» — тип һораным геро-йымдан. «Юҡ, өләсәй бурысы эштән дә яуаплыраҡ, тынғыһыҙыраҡ икән», — тип ҡәнәғәт йылмайҙы Рәйлә апай. Дүрт ейәнгә, өс ейәнсәргә һәм бер бүләгә өләсәй ҙә ул. Ана шул ейәндәренең киләсәге яҡты, имен булһын өсөн тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләй ҙә инде.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.