Башҡортостан Республикаһында ҡатнашыусылар 182 тонна макулатура йыйып тапшырған. Төбәгебеҙ башҡа субъекттар араһында бишенсе урында килә, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– “БумБатл” акцияһында ҡатнашыу һәйбәт һәм матур традицияға әүерелеп бара. Ул экологик мәҙәниәтте, тәбиғәткә ҡарашты формалаштыра. Йәштәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр, экоблогерҙар, ҙур компаниялар һәм битараф булмаған кешеләр ҙур әүҙемлек күрһәтте. Был акцияла ҡатнашып, һәр кем тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә ала, – ти Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.
“БумБатл” акцияһын ҡеүәтләп, “Экосистема” хәрәкәте әүҙемселәре Рәсәй буйынса 700-ҙән ашыу интерактив белем биреү сараһы үткәргән. Экодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, фестивалдәр, экскурсиялар ойошторолған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/883048#scroll.