-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 09:35

Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә

Республикала юл ремонтлауға ҙур иғтибар бүленә.

Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә
Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә

 Башҡортостанда быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 33 километрҙан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар ремонтланған. Был 2023 йылға ҡарағанда 31,5 процентҡа күберәк.

"Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ҙур булмаған ауылдарҙа йәшәүселәрҙе транспорт бәйләнеше менән тәьмин иткән, шулай уҡ туристик объекттарға илткән юлдарға ныҡлы иғтибар бүленә. Благовещен - Павловка, Өфө - Охлебинин кеүек туристик йүнәлештәге юл участкалары төҙөкләндерелде. Өфө - Шишмә, Булгаков - Боҙаяҙ, Дим - Затон, Дмитриевка - Кушнаренко интенсив хәрәкәте менән юлдар норматив хәлгә килтерелде, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 2024 йылда 151 километр юлды ремонтлау планға индерелгән. Тағы ла 16 күпер ремонтланасаҡ. Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: