-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь , 10:51

Арзан хаҡҡа тауар һатыу осоронда мутлашыусылар һатып алыусыларҙы нисек алдай

Мутлашыусылар арзан хаҡҡа тауар һатыуҙы үҙ маҡсатында файҙалана. Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуыз уйлы кешеләрҙән һаҡланыу тураһында һөйләй.

Ниндәй схемалар таралған?

Мутлашыусылар электрон почта, социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ебәрә. Унда тауарға һылтанма була, әммә ысын магазин сайты урынына ул фишинг битенә алып бара. Әгәр ошо сайтта шәхси мәғлүмәт индерһәгеҙ, мутлашыусыларҙың һеҙҙең аҡсаға хужа булыу мөмкинлеге бар.

Һатып алыусы, мәҫәлән, сифатһыҙ тауарҙы кире ҡайтарырға теләп, ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Бер аҙҙан мессенджерҙа уға «менеджер»ҙан хәбәр килә. Ул ғәфү үтенеү сифатында аҡсағыҙҙы икеләтә күләмдә компенсацияларға вәғәҙә итә һәм һеҙҙең карта тураһында мәғлүмәт алыу өсөн фишинг сайтына һылтанма ебәрә.

Ысынбарлыҡтағы сайтты ялғанынан нисек айырырға?

- Фишинг сайтының адресы рәсми адресҡа оҡшаш, әммә ҡайһы бер символдарҙың икенсерәк булыуы мөмкин.

- Хәүефһеҙ ресурс адресы "https://" тип башлана.

- Адрес һыҙығында "бәйләнеш һаҡланған" тип йәки ябыҡ йоҙаҡ рәүешендә билдә күрһәтелә.

- Ошо билдәгә баҫып, хәүефһеҙлек сертификатын тикшерергә мөмкин. Ул тап ошо сайтҡа бирелергә һәм ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланмаҫҡа тейеш.

3D-secure технологияһын хуплаусы онлайн-магазиндарҙы һайлау яҡшыраҡ. Был осраҡта ул аҡса түләү өсөн һеҙҙе банктың хәүефһеҙ интернет-битенә йүнәлтә, ә банк, үҙ сиратында, һатып алыуҙы раҫлау өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған пароль менән СМС ебәрә.

Үҙеңде нисек һаҡларға?

- Билдәһеҙ кешеләрҙән килгән һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ.

- Һатыусының сайтын ентекләп тикшерегеҙ.

- Интернет-һатып алыуҙар өсөн виртуаль карта асығыҙ.

- Электрон почтағыҙға һәм үҙегеҙ ҡулланған магазиндарҙың һәм маркетплейстарҙың шәхси кабинеттарына ҡатмарлы пароль ҡуйығыҙ.

- Шәхси мәғлүмәтегеҙҙе таратмағыҙ.

- Онотмағыҙ, ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да мессенджерҙарҙа яҙмай — улар клиент менән магазин сайтында махсус форма аша аралаша.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: