-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь , 17:10

Күсеп сыҡ та йәшә генә!

Районда тағы 12 йәш кешенең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәргә өр-яңы фатирҙарҙан асҡыс тапшырылды.

Күсеп сыҡ та йәшә генә!
Күсеп сыҡ та йәшә генә!

Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә күптән эшләгән һәм үҙҙәрен ышаныслы төҙөүселәр итеп күрһәткән Ансар Өмөтҡужин һәм Айтуған Фәттәхов һалған яңы йорттарҙан фатирҙарға Рәиф Ҡунафин, Лиана Мәһәҙиева, Артем Андреев, Юлиә Ғәлимова, Илмир Иҙрисов, Инзил Таһиров, Динир Ғәниев, Гөлназ Шаһыбалова, Олеся Бүләкбаева, Артур Әбүбәкеров, Айсыуаҡ Мәҡсүтов һәм Әлфинә Ғәбитова эйә булды. Әле саҡ 22-24 йәштәрен тултырған бер тиҫтер йәштәр үҙ-ара ут күршеләр булып район үҙәгенең Көнсығыш-1 һәм Көнсығыш-2 биҫтәләрендәге З. Биишева, В. Сөләймәнов һәм Ҡушый ауылының Т. Кусимов урамдарында йәшәйәсәк.

Көтөп алынған был көндөң бәхетле хужаларына асҡыстарҙы район башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ғ. Хәлилов тапшырҙы.

– Махсус хәрби операция барған ҡатмарлы осорҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, дәүләтебеҙ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларҙың мәнфәғәттәрен, хоҡуҡтарын яҡлау тураһында хәстәрлек күреүҙе һис тә онотмай. Йыл һайын районда 20-ләп йәш гражданға үҙ аллы тормош башлауға торлаҡ асҡыстары тапшырылып килә. Бөгөн һеҙ өй туйһайһығыҙ. Нигеҙегеҙгә ҡот-бәрәкәт ҡундырыу фәҡәт үҙегеҙҙән тора. Яңы йорттарҙа ғаилә ҡороу, атай-әсәй булыу мәлдәрен кисерергә яҙһын, яҡты киләсәк көтһөн! – тине ул ҡыҙҙар һәм егеттәргә изге теләктәрен юллап.

Ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан йәштәрҙе һәм уларҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән яҡындарын район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов та тәбрикләне. Фуат Рәфҡәт улы етемдәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә ағымдағы йылда хөкүмәттән районға 62 миллион һум аҡса бүленеүен, был сараларға сират буйынса 22 йәш кешене ҡыйыҡлы итеүҙәрен, әйтергә кәрәк, өсәүһенә шәхси теләктәре буйынса торлаҡ һатып алыуға сертификат рәүешендә биреүҙәрен, ә ҡалған ун туғыҙын бөгөндән йәшәргә әҙер бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙар менән тәьмин итеүҙәрен билдәләне. Фатир хужаларына хоҡуҡтары һәм яуаплылыҡ, һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында ла аңлатып үтелде.

Ҙур тормошҡа асҡыс алыусылар исеменән рәхмәт һүҙе менән Озерный ауылынан Юлиә Ғәлимова сығыш яһаны. Ул дүрт йәшлек сағынан ғаилә тәрбиәһенә алып наҙ-һөйөүгә сорнап үҫтергән ата-әсәһенә, оҙаҡ йылдар дауамында тормош-көнкүреше менән даими ҡыҙыҡһынып торған опека хеҙмәткәрҙәренә һәм  үҫеп еткәс тә хәстәрлек күргән район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Юлиә был көндө тулҡынланып көтөп алған. Йәш әсә 11 айлыҡ улы Эмир менән яңы фатирға башҡа сығасаҡ.

– Атай-әсәй янында, әлбиттә, рәхәт. Әммә үҙ аллы йәшәй башларға ла ваҡыт. Беҙҙең Озерный ауылында балалар баҡсаһы юҡ. Улымды Дәүләттәге балалар баҡсаһына урынлаштырып, үҙемде артабан үҫтереү менән шөғөлләнгем килә. Декретҡа тиклем колледж тамамланым, һөнәрем буйынса ашнаҡсы-кондитермын. Хыялым массажистҡа уҡып үҙ эшемде асыу, – тине ул беҙгә биргән интервьюһында.

Шәриптән Инзил Таһировҡа тәғәйен асҡысты опекуны Зәүрә Мөхөтдинова алды. Әлеге ваҡытта контракт буйынса МХО-ла хеҙмәт иткән батыр егеткә иҫән-һау ҡайтып, ғаилә ҡороп үҙ йортонда ҡыуанып йәшәргә яҙһын.

Район хакимиәтендәге тантаналы саранан һуң йәш хужалар төҙөүселәр менән әйтелгән адрестарға барып фатирҙарын ҡабул итте. Төҙөүселәр буш ҡул менән генә  килмәгәйне – өй туйлаусыларға юрғандар бүләк иттеләр.

Өр-яңы торлаҡ йорттар йәштәрҙең күңеленә хуш килде. Байымдан Рәиф Ҡунафин бүлмә буйлап өйрөлөп йөрөп ҡайҙа ниндәй интерьер ҡуясағы тураһында хыялланып та алды. “Киләһе йәйгә күсеп сығырға уйлайым”, – тине ҡалала эшселәр ятағында йәшәгән егет. Ейәндәренең ҙур шатлығын уртаҡлашырға Байымдан өләсәй-олатаһы Хәнифә һәм Лотфулла Собханғоловтар ҙа килеп еткәйне.

Ташбулаттан өләсәй тәрбиәһендә үҫеп буй еткергән Илмир Иҙрисов етемдәргә ҡарата күрелгән дәүләт хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Ғәҙел дә дәүләт программаһы буйынса былтыр торлаҡлы булған. Яңы фатирының ишеген асҡанда Әлфинә Ғәбитованың күҙҙәре йәшләнде: “Ниһайәт, минең дә үҙ мөйөшөм бар!” – тине ул ҡыуаныс менән.

Күсеп сыҡ та йәшә генә!
Күсеп сыҡ та йәшә генә!
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: